Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Ғинуар 2023, 18:30

Сифатлы тауарҙар һәм хеҙмәттәр – төп өҫтөнлөк

Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында сауҙа һәм хеҙмәттәр өлкәһе үҫешенең яҡынса һөҙөмтәләре, 2023 йылға бурыстар ҡаралды.

Сифатлы тауарҙар һәм хеҙмәттәр – төп өҫтөнлөк
Сифатлы тауарҙар һәм хеҙмәттәр – төп өҫтөнлөк

Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Хөкүмәт ултырышын үткәрҙе. Санкциялар баҫымының кире факторҙары ил иҡтисадына йоғонто яһауға ҡарамаҫтан, төбәктә хәл ярайһы уҡ тотороҡло булып ҡала, тип айырып билдәләне ул.

– 2022 йылдың 11 айы йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда ваҡлап һатыу әйләнеше 991,6 миллиард һум, йәғни уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 94,8 процент тәшкил итте, – тине Андрей Назаров.

2022 йылда ҡабул ителгән көрсөккә ҡаршы саралар пакетына ярашлы, сауҙа үҙәктәре һәм комплекстары мөлкәт һалымын түләүҙән азат ителде. Ауыл ерендә эшләгән ҡулланыусылар кооперативтары өсөн мөлкәт һалымы буйынса процент ставкаһы кәметелгән. Халҡы биш меңдән ашмаған ауыл ерҙәрендә сауҙа объекттары һәм туҡланыу учреждениелары төҙөү өсөн ер участкаларын сауҙалашыуҙа ҡатнашып та тормай ҡуртымға алырға мөмкин.

Хөкүмәт башлығы билдәләүенсә, хәҙер республикала өҫтөнлөклө инвестиция проекттарына дәүләт ярҙамы сараларының барыһын да алырға була – һалым преференциялары, сауҙалашыуһыҙ ғына ҡуртымға ер участкаһы алыу, инженер һәм транспорт инфраструктураһы сығымдарының бер өлөшөн ҡаплау өсөн субсидия.

– Бизнесҡа булышлыҡ итеү һәм эске аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү буйынса күрелгән саралар ыңғай һөҙөмтә бирә. 2022 йылдың туғыҙ айында сауҙа өлкәһенә инвестициялар күләме дүрт миллиард һум тәшкил итте, был уҙған йылдың ошо уҡ осоронан 9,2 процентҡа юғары, – тине Андрей Назаров.

Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов билдәләүенсә, 2022 йылдың туғыҙ айында юл буйы хеҙмәттәрен үҫтереү буйынса эштәрҙе атҡарыуға ярашлы, 80 объект файҙаланыуға тапшырылған, ә 108-е яңыртылған. Айрат Фәхретдинов махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Башҡортостан граждандарының ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү маҡсатында алып барылған эштәргә лә туҡталды. Бынан тыш, 2022 йыл башынан льготалы категорияға ҡараған 34 меңдән ашыу граждан бушлай махсус аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителгән.

Айрат Фәхретдинов белем биреү ойошмаларында туҡланыу сифатын күтәреү мәсьәләләренә айырым туҡталды. Башҡортостан мәктәптәрендә туҡланыуҙың юғары кимәлдә ойошторолоуы "Иң яҡшы мәктәп ашханаһы-2022" Бөтә Рәсәй конкурсы һөҙөмтәләре менән раҫлана, унда республиканың мәктәп ашнаҡсыларынан торған командалары призлы урындарға лайыҡ булған.

Министрҙар кабинеты етәксеһе доклад йомғаҡтары буйынса бер нисә күрһәтмә бирҙе.

– Республика халҡын арзан хаҡҡа сифатлы тауарҙар һәм хеҙмәттәр менән тәьмин итеү – ҡулланыусылар секторында төп өҫтөнлөк. Шуға күрә сәбәпһеҙ рәүештә хаҡтарҙы күтәреүгә юл ҡуймау сараларын тормошҡа ашырырға кәрәк. Юл буйы хеҙмәттәрен дә артабан үҫтереү мөһим. Быйылға бурыс – 300 яңы объект төҙөү һәм булғандар араһынан тағы ла шул сама объекттарҙы яңыртыу, – тип йомғаҡланы Андрей Назаров.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: