Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Премьер-министр Андрей Назаров үткәргән ултырышта ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм булдырмау, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, физик культура һәм спорт йүнәлештәре буйынса һәм 2023 йылға бурыстар тураһында һөйләшеү булған.
Андрей Назаров әйтеүенсә, халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү – Хөкүмәттең өҫтөнлөклө бурыстарының береһе. Йыл башынан янғын-ҡотҡарыу хеҙмәте тарафынан 1600 кеше ҡотҡарылған, шулай уҡ ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында, янғында һәм һыуға бәйле үлеүселәр кәмегән.
- Спорт һәм физкультура тураһында һүҙ йөрөткәндә, беҙ даими рәүештә сәләмәт йәшәү мәҙәниәтен булдырабыҙ, – тине Андрей Геннадьевич. – Спорт һөйөүселәр 55 процентҡа артҡан. 2022 йылда спорт тармағын финанслауҙы 1,5 тапҡырға арттырҙыҡ. 2023 йылда ыңғай динамика булыр тип уйлайбыҙ, сөнки финанслау күләме 6,8 милиард һум тәшкил итәсәк.
Андрей Назаров билдәләүенсә, төбәктә юғары халыҡ-ара стандарттарға яуап биргән спорт инфраструктураһы бар һәм Башҡортостан уны үҫтерәсәк. Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек сиктәрендә баш ҡалабыҙҙа эре спорт объекттары төҙөләсәк. Халыҡ-ара көрәш үҙәге һәм ишкәкле слалом үҙәге төҙөү шуға асыҡ миҫал.
Андрей Назаров 2023 йылдың әһәмиәтле икәнен иҫкә төшөрҙө. Мәҫәлән, быйыл федераль һәм төбәк спорт министрлыҡтарына 100 йыл тула.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.