2022 йылда Башҡортостанда "Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү" дәүләт программаһын ғәмәлгә ашырыу ете йүнәлеш буйынса алып барылды. Федераль һәм төбәк бюджеттарынан финанслауға ярашлы 68 объект төҙөлгән, уларҙың дөйөм суммаһы - ике миллиард 140 миллион һумдан ашыу.
- Дәүләт программаһы арҡаһында тиҫтәләгән ауылдар халҡы торлаҡ шарттарын яҡшырта, ауылдарҙың йөҙө үҙгәрә, - ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. - Былтыр Башҡортостандан 51 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға субсидия алды, тағы ла 19 ғаилә өсөн ҡуртым килешеүе буйынса бирелгән йорттар төҙөлдө, ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү йәһәтенән 40 проект бойомға ашырылды.
Льготалы ауыл ипотекаһы республикала йәшәүселәр араһында ҙур ихтыяж менән файҙаланған йүнәлеш булды. 2022 йылда республикала вәкәләтле банктар 2,1 миллиард һумлыҡ 790 кредит биргән. Был - Рәсәйҙә иң яҡшы күрһәткес, төбәгебеҙ бер нисә йыл рәттән алдынғылыҡты бирмәй.
Бынан тыш, республика "Ауыл халҡын эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ ҡылыу" ведомство проектын тормошҡа ашырыуҙа ла алдынғылар рәтендә. Проектҡа ярашлы, агросәнәғәт комплексы предприятиеларының хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыуға һәм студенттарҙың производство практикаһына сығымдарын ҡаплайҙар. 2022 йылда республика агросәнәғәт комплексының 106 предприятиеһы ошо йүнәлеш буйынса 470 хеҙмәткәр әҙерләү өсөн ярҙам алды.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru