Иҡтисад
12 Ғинуар 2023, 10:50

Эшҡыуарҙар белемен камиллаштырҙы

137 предприятие яңы алымдар ҡулланып эшләй башланы.

Эшҡыуарҙар белемен камиллаштырҙыЭшҡыуарҙар белемен камиллаштырҙы
Эшҡыуарҙар белемен камиллаштырҙы

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, һуңғы дүрт йыл эсендә Рәсәй Экспорт үҙәгендәге экспорт мәктәбенең «Экспорт форсажы» тип аталған тиҙләтеү программаһы буйынса Башҡортостандың 137 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеһы әҙерлек үткән. Был турала Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева һөйләне.

— 2019 йылда Башҡортостан Рәсәй Экспорт үҙәгенең Экспорт мәктәбе әҙерләгән «Экспорт форсажы» тиҙләтеү программаһы буйынса уҡытыуҙы башлап ебәргән алты пилот төбәктең береһе булды. 2021 йылда Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында беренсе булып "Экспорт форсажы: нефть һәм газ сәнәғәте" тармаҡ программаһын башлап ебәрҙек. Был программа буйынса 15 предприятиены уҡыттыҡ. Ошо маҡсатта Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Рәсәй Экспорт мәктәбе араһында килешеү төҙөлдө. 2022 йылда 45 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеһы урман сәнәғәте һәм агросәнәғәт комплексы өсөн әҙерләнгән программаны тамамлай.

Ағымдағы йылдың февралендә уҡыуҙарҙың 12-се ағымын эшләтеп ебәрергә ниәтләйбеҙ, — ти Маргарита Болычева.

Тиҙләтеү программаһының 11 ағымы һөҙөмтәләренә ҡарағанда, Башҡортостандың 46 компанияһы дөйөм суммаһы 16,5 миллион долларҙан ашыу суммаға 111 экспорт контракты төҙөгән.

Билдәләп үтергә кәрәк, Рәсәй Федерацияһының бөтә субъекттары араһында үткәрелгән тиҙләтеү программалары һаны буйынса Башҡортостан беренсе урынды биләй.

Программала ҡатнашыу шарттары:

— компания Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты булараҡ теркәлергә тейеш;

— юридик шәхестең йәки шәхси эшҡыуарҙың теркәлеү мөҙҙәте ғаризаны тапшырыу ваҡытына тиклем кәмендә өс йыл тәшкил итергә тейеш;

— компанияның алдағы финанс йылына килеме кәм тигәндә 50 миллион һум тәшкил итергә;

— әҙер продукттың экспортҡа сығарылыу мөмкинлеген булдырырға;

— предприятие продукцияһы йәки хеҙмәттәре беренсел энергия булмаған экспорт менән шөғөлләнергә тейеш.

Программала ҡатнашыу бушлай. Уҡытыу төркөмдө йыйыу менән башлана. Бөтә сығымдарҙы ойоштороусы — Башҡортостан Республикаһының Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге түләй.

Тулыраҡ мәғлүмәт менән Башҡортостандың Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге белгестәренән телефон аша алырға мөмкин: +7 (347) 246 84 09, +7 (917) 353 05 85 йәки электрон почта аша: Khamzin.ai@bashkortostan.ru Хәмзин Айҙар Искәндәр улына яҙырға була.

Әлеге программа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың экспорт ҡеүәтен тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән һәм предприятиелар араһында экспорт проектын ҡороуға системалы ҡараш булдырыуға — оптималь логистика маршрутын иҫәпләүгә тиклем, хәүефтәрҙе, сығымдарҙы кәметеүгә йүнәлтелгән. Тиҙләтеү программаһында ҡатнашҡан предприятиеларға экспорт проектын һөҙөмтәле тормошҡа ашырыу өсөн кәрәкле белем һәм оҫталыҡ алырға мөмкин.

Фото һәм мәғлүмәт Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас