"Башҡортостан Республикаһының төбәк лизинг компанияһы" акционерҙар йәмғиәте Башҡортостанда мунса-мискәләр яһау менән шөғөлләнгән "Парна" компанияһына 4,3 миллион һум күләмендә финанс ярҙам күрһәткән.
Аҡса киптереү комплексын һатып алыуға йүнәлтелгән. Яңы ҡорамал етештереү күләмен 30 процентҡа арттырырға мөмкинлек бирәсәк, тип билдәләйҙәр компанияла. Лизинг ярҙамы "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы бойомға ашырылған.
- Лизинг - бик һөҙөмтәле инструмент, ул үҙ средстволарыбыҙ етерлек булмаһа ла, ҡорамалдарҙы яңыртырға, шул рәүешле етештереү үҫешен һәм яңы һатыу баҙарҙарына сығыу мөмкинлеген тәьмин итергә мөмкинлек бирә, - тип билдәләне Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
Бығаса "Парна" компанияһы ағасты киптереү хеҙмәтен ситтән алды, хәҙер үҙенең вакуум киптереү камераһы материалдарҙы һаҡсыл ҡулланыуға, технологик процесты бойомға ашырыуға ваҡытты экономиялау иҫәбенә етештереүсәнлекте 30 процентҡа арттырырға ла мөмкинлек бирәсәк. Лизинг килешеүе йылына алты процент ставка буйынса 84 айға төҙөлгән.
- Биш йыл эсендә "Башҡортостан Республикаһының төбәк лизинг компанияһы" акционерҙар йәмғиәте 3,766 миллиард һум суммаға льготалы лизинг финанслауы күрһәткән, шуның 1,25 миллиард һумы - республика буйынса. Дөйөм алғанда, илдең 38 субъектынан 219 лизинг ғаризаһы ҡаралған. Ағымдағы йылда лизинг продукттары линейкаһын киңәйтергә планлаштырабыҙ, - тип хәбәр итте "Башҡортостан Республикаһының төбәк лизинг компанияһы" акционерҙар йәмғиәте директоры Азат Хәйруллин.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru