Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Ғинуар 2023, 07:00

Сираттағы инвестиция проекты тормошҡа ашырыла

Был хаҡта Учалы районы хакимиәте башлығы белдерә.

Сираттағы инвестиция проекты тормошҡа ашырыла
Сираттағы инвестиция проекты тормошҡа ашырыла

Төбәккә инвестициялар йәлеп итеү буйынса һәр муниципалитетта маҡсатлы эш алып барыла. Аҙна һайын район һәм ҡала хакимиәттәрендә үткәрелгән "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" лә был тәңгәлдә ыңғай йоғонто яһамай ҡалмай. 

Учалы районында сираттағы инвестпроекттарҙың береһе тормошҡа ашырыласаҡ. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙған.

"Учалыла ҙур логистика-бүлеү үҙәге төҙөлөшө буйынса инвестиция проекты тормошҡа ашырыла, унда «Технониколь» корпорацияһының бөтә тауар продукцияһы күрһәтеләсәк.

Яңы бүлеү үҙәге ҙур хабҡа әүереләсәк, уның базаһында "Технониколь" корпорацияһы сығарған төҙөлөш материалдары спектрын күмәртәләп һатыу ойоштороласаҡ. Шулай итеп, Учалы илдең 12 ҡалаһына - Екатеринбургҡа, Ижевскиға, Ҡурғанға, Магнитогорскиға, Түбәнге Тагилға, Ырымбурға, Орскиға, Пермгә, Сорғотҡа, Төмәнгә, Өфөгә һәм Силәбегә тауар оҙатыуҙы ойоштороу өсөн терәк базаға әйләнәсәк.

Бынан тыш, бүлеү үҙәге продукцияны килтереү ваҡытын ҡыҫҡартырға һәм тауарға хаҡтарҙы кәметергә мөмкинлек бирәсәк, ә учалылар өсөн яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк. Сауҙа компанияһы берәмләп һатыуҙы ойошторорға һәм «Технониколь» корпорацияһы продукцияһын һатырға ниәтләй", - тигән ул.

Фотоҙ Руслан Ғиләжетдиновтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Сираттағы инвестиция проекты тормошҡа ашырыла
Сираттағы инвестиция проекты тормошҡа ашырыла
Сираттағы инвестиция проекты тормошҡа ашырыла
Сираттағы инвестиция проекты тормошҡа ашырыла
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: