Рәсәй Хеҙмәт министрлығы Рәсәй Федерацияһына виза нигеҙендә килгән сит ил эшселәрен йәлеп итеү өсөн 2023 йылға квотаны раҫланы.
Башҡортостан Республикаһы өсөн 327 кешегә квота билдәләнгән. Улар эш биреүселәрҙең, шул иҫәптән шәхси эшҡыуарҙар араһынан сит ил граждандарының ғаризалары нигеҙендә барлыҡ ҡыҙыҡһынған федераль һәм республика башҡарма власть органдары ҡатнашлығында төҙөлә. Сит ил эшсәндәре Башҡортостанға һигеҙ илдән: Вьетнамдан, Мысырҙан, Индонезиянан, Ҡытайҙан, Монголиянан, Таиландтан, Төркиәнән, Филиппиндан йәлеп ителә.
- Тәүҙә эш биреүселәрҙең ғаризалары эшкә урынлашҡанда өҫтөнлөккә эйә Рәсәй граждандары ҡарамағына еткереү өсөн республика ҡала һәм райондарының һәр халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә ебәрелә, - ти Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. - Ғәҙәттә, сит ил граждандары эш хаҡы түбән булған уртаса квалификация кимәлендәге хеҙмәт урындарына йәлеп ителә. Бөгөн төҙөлөш, йәмәғәт туҡланыуы һәм хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендә сит илдәрҙән белгестәргә ихтыяж бар. Мәҫәлән, Башҡортостан эш биреүселәре тәҡдим иткән вакансиялар араһында быйыл Вьетнамдан тире һәм күн әйберҙәргә сигеүсе һәм техник әҙәбиәт тәржемәсеһе, Вьетнам, Ҡытай һәм Төркиәнән шеф-ашнаҡсылар, Тайланд массажсылары бар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылда Башҡортостандың 39 эш биреүсеһенән 245 сит ил хеҙмәткәренә квота раҫланғайны.
Белешмә өсөн:
Башҡортостанда сит ил хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеүгә ихтыяжды билдәләү, квоталар күләме буйынса тәҡдимдәр әҙерләү буйынса эште координациялау Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына йөкмәтелгән.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru