Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Ғинуар 2023, 22:15

Ағиҙел икенсе һулышын кисерә

Бында инвесторҙар өсөн бөтә уңайлыҡтар бар.

Ағиҙел икенсе һулышын кисерә
Ағиҙел икенсе һулышын кисерә

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республиканың Корпорация үҙәге инвесторҙарҙы сиратташ тыш буш инвестиция майҙансыҡтары менән тәьмин иткән. Эшҡыуарлыҡ сәнәғәте өсөн 72 гектар майҙанды биләгән 14 ер участкаһы Ағиҙел ҡалаһында урынлашҡан.

"Ағиҙел – ҙур потенциалға эйә ҡала, – ти үҙәктең генераль директоры Наил Ғәббәсов. – Бында инвесторҙар өсөн ҙур мөмкинлектәр бар, уларға эшмәкәрлеген йәйелдереү өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырылған".

Наил Ғәббәсов әйтеүенсә, ошо ер участкаларына электр уты килеп еткән, шулай уҡ һыу һәм газ торбалары һуҙыу өсөн шарттар тыуҙырылған.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор: Илдар Акьюлов
Читайте нас