Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Ғинуар 2023, 19:30

Беҙҙә эшһеҙҙәр кәмегәндән-кәмей

Быны ил Президенты ла баһаланы. 

Беҙҙә эшһеҙҙәр кәмегәндән-кәмей
Беҙҙә эшһеҙҙәр кәмегәндән-кәмей

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы 2023 йылда эшһеҙлеккә ҡаршы көрәшкә федераль бюджеттан 1,4 миллиард һум аҡса алырға ниәтләй. Был хаҡта бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, аҡса эш биреүселәргә аныҡ ярҙам сараларын ғәмәлгә ашырыуға йүнәлтелә. Был ҡайтанан һөнәри әҙерләү һәм үҙләштереү ярҙамында граждандарҙың мәшғүллеген һаҡлап ҡалыу, ваҡытлыса эшкә урынлашыу, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыу һәм башҡалар.

– Иҡтисадҡа санкция баҫымы башланғас та мәшғүллек үҙәгенең эшен ҡайтанан көйләүгә һәм уны превентив эш режимына күсереүгә өлгәштек. Шуға күрә 1991 йылдан башлап эшһеҙлек кимәленең иң түбән күрһәткестәренә өлгәштек. 2022 йылдың ғинуар - ноябрендә эшһеҙлек кимәле 2,8 процент кимәлендә теркәлгән, ул Рәсәйгә һәм Волга буйы федераль округына ҡарағанда түбәнерәк. Төбәктә эшһеҙҙәр һаны 30 мең кешегә кәмене, теркәлгән эшһеҙлек кимәле 1,5 тапҡырға аҙайҙы һәм төшөүен дауам итә. Иҡтисадта мәшғүлдәр һаны 1 миллион 844 мең кеше, республикалағы бөтә эшсе көстәрҙең 97,2 процентын тәшкил иткән. Эшенән бушатылыу хәүефе янаған хеҙмәткәрҙәр һаны 20 мең кешенән 10 меңгә тиклем кәмегән, – тине министр.

Был йүнәлештәге эш 2023 йылда ла дауам ителәсәк, тип өҫтәне ул.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ленара Ивановаға һәм министрлыҡ коллективына эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе. 13 ғинуарҙа Башҡортостанға сәфәре барышында Рәсәй Президенты Владимир Путин да төбәктең эшһеҙлеккә ҡаршы көрәш өлкәһендәге ыңғай күрһәткестәрен билдәләне.

Фото: bash.news

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: