Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Ғинуар 2023, 16:15

Быйыл 20 миллион һум бүленә

Түмәр-солоҡ умартасылығы менән шөғөлләнеүселәр, ситтә ҡалмағыҙ

Быйыл 20 миллион һум бүленә
Быйыл 20 миллион һум бүленә

 

Бөгөнгө Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республикала түмәр-солоҡ умартасылығын үҫтереү тураһында һөйләшеү булды. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы республика Башлығы ҡушыуы буйынса түмәр-солоҡ умартасылығына ярҙам программаһы проектын әҙерләгән.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Башҡортостан тауар балын етештереү буйынса алдынғы төбәк булыуын, уның Рәсәй баҙарындағы өлөшө 10 процент тәшкил итеүен билдәләне. Республикала бөтәһе 12 меңдән ашыу кеше умартасылыҡ менән шөғөлләнә, улар 300 меңдән ашыу бал ҡорто күсе тота.

– Программаның маҡсаты – боронғо кәсепте: түмәр-солоҡ умартасылығын тергеҙеү һәм туристик маршруттар булдырыу иҫәбенә башҡорт бал ҡорто популяцияһын арттырыу. Умартасыларыбыҙ был программаны көткәйне, уны тормошҡа ашырыуға 2023 йылда республика ҡаҙнаһынан 20 миллион һум бүленде. Улар түмәрҙәрҙә йәшәргә һәләтле башҡорт тоҡомло бал ҡорто ғаиләләрен, бал ҡорттары пакеттарын һәм инә ҡорттарҙы, түмәрҙәр һәм техника һатып алыуға йүнәлтеләсәк. Бөгөнгө көнгә Белоретта түмәрҙәр етештереү буйынса предприятие асылған. Үкенескә күрә, уларҙы әҙерләү буйынса дәүләт стандарттары юҡ, беҙ үҙебеҙ тейешле тәҡдимдәр әҙерләйбеҙ. Солоҡ балын һәм бал ҡорто тоҡомоноң генетик дөрөҫлөгөн лаборатор тикшереү ҙә субсидиялана, – тине Илшат Фәзрахманов.

Радий Хәбиров субсидиялау өсөн төп шарт: аутентик башҡорт солоҡ бал ҡортоноң булыуын айырым билдәләргә ҡушты.

25 февралдә Өфөлә Башҡортостан умартасыларының сираттағы форумы уҙа. Унда түмәр-солоҡ умартасылығына ярҙам итеү буйынса республика программаһының презентацияһы була.

Фото: bee-master.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: