Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Ғинуар 2023, 18:30

Лаборатория яңы мөмкинлектәр аса

Башҡорт бал ҡортон һаҡлау өсөн тағы ла бер аҙым.

Лаборатория яңы мөмкинлектәр аса
Лаборатория яңы мөмкинлектәр аса

Башҡортостандың “Алтын солоҡ” умартасылыҡ продукцияһын һаҡлау һәм үҫтереү буйынса төбәк-ара үҙәге лаборатория булараҡ эшмәкәрлек башлай.

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо турала яҙмаһы менән уртаҡлашты.

"Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы Башҡортостандың “Алтын солоҡ” умартасылыҡ продукцияһын һаҡлау һәм үҫтереү буйынса төбәк-ара үҙәгенә лаборатория статусын бирҙе. Унда бал ҡорттарына һәм бал продукцияһына молекуляр-генетик экспертиза үткәрелә. Элек бындай тикшеренеүҙәр башҡа бер төбәктә лә уҙғарылманы - бары тик тышҡы билдә буйынса анализланылар. 2022 йылда “Алтын солоҡ” үҙәге урта рус тоҡомло бал ҡорттарын үрсетеү буйынса тоҡомло репродуктор статусын алды.

Ошо ике ваҡиға айҡанлы, генетика нигеҙендә селекция һәм тоҡомло бал ҡорттарын етештереүҙә илдә беренсе буласаҡбыҙ. Лабораторияла Рәсәй биләмәһендәге бал ҡорто ДНК-һының иң ҙур банкы йыйылған, ул һәр ваҡыт тулыланып, яңыртылып тора. Был ҡиммәтле мәғлүмәт бал ҡортоноң һәр тоҡомо өсөн эталон идентификаторын булдырырға ярҙам итәсәк. 

Фото: Башҡортостан Башлығы сәхифәһе.  

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: