Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә төбәктә һөт эшкәртеүҙе үҫтереү мәсьәләләре лә тикшерелде.
“Өфө һөт заводы”ның генераль директоры Илдар Фәйзуллин хәбәр итеүенсә, 2022 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан һыйырҙар һаны буйынса илдә икенсе (365 мең баш) һәм тауар һөтө етештереү буйынса бишенсе (757,3 мең тонна) урынды биләй. Өҫтәүенә республика халыҡты һөт һәм һөт ризыҡтары менән тәьмин итеү буйынса Рәсәйҙең алдынғы төбәктәре иҫәбенә инә. Йылына 325 килограмм медицина ҡулланыуы нормаһында Башҡортостанда бер кешегә 400 килограмм самаһы һөт етештерелә.
Төбәктә һөт тармағының ҡеүәте 70 процентҡа ғына ғәмәлгә ашырылған, ти предприятие етәксеһе. Башҡортостанда һөт етештереү күләмен йылына 1,1 миллион тоннаға тиклем арттырыу мөмкинлеге бар.
Илдар Фәйзуллин 2023 йылдың йәйенә үк “Өфө һөт заводы”ның эшкәртеү ҡеүәтен тәүлегенә 150 тоннанан 250 тоннаға тиклем арттырыу пландарын тәҡдим итте. Продукт линейкаһына 70-кә яҡын атама инәсәк.
– Республикала продукциябыҙҙың 85 процентын һатабыҙ һәм 15 процентын ғына күрше төбәктәргә оҙатабыҙ. Һуңғы биш йылда предприятиены үҫтереүгә инвестициялар күләме 700 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән. 2023 йылда етештереүгә тағы 234 миллион һум аҡса һалырға ниәтләйбеҙ, – тине Илдар Фәйзуллин.
Ул республика етәкселегенә 2022 йылда 10,7 миллион һум күләмендә ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт әйтте һәм ҡорамал һатып алыуға субсидиялар күләмен арттырыу мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров вице-премьер - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановҡа ҙур һөт етештереүселәргә өҫтәмә дәүләт ярҙамы күрһәтеү варианттарын әҙерләргә ҡушты.
Фото: "Башинформ".