

19 ғинуарҙа республика ҡала һәм райондарының мәшғүллек үҙәктәрендә Башҡортостан иҡтисадының флагмандары булған алдынғы компанияларға эшкә урынлашыу буйынса күмәк әңгәмәләр үтә. Мәшғүллек хеҙмәтенең партнерҙары булған эш биреүселәр үҙ предприятиелары өсөн профессиональ кадрҙар һайлаясаҡ. Сауҙа, һаулыҡ һаҡлау, агросәнәғәт етештереүе, транспорт, урман хужалығы һәм машиналар эшләү өлкәһендә предприятиелар дәғүәселәргә 600-ҙән ашыу вакансия тәҡдим итергә уйлай.
- Асыҡ һайлау – буш урындарға хеҙмәткәрҙәр һайлауҙың яңы форматы, – тип аңлатма бирә Башҡортостан Республикаһының ғаилә һәм хеҙмәт министры Ленара Иванова. – Бындай сара барышында эш биреүсе үҙ компанияһы менән таныштыра, дәғүәселәрҙең һорауҙарына яуап бирә, артабан ҡыҙыҡһынған кандидаттар менән шәхси әңгәмәләшә. Асыҡ кадрҙар һайлап алыуының өҫтөнлөгө шунда: компания вәкилдәре кандидаттарҙың тейешле белемен, оҫталығын һәм шәхси компетенцияларын баһалай ала, ә дәғүәселәр, үҙ сиратында, вазифа үҙенсәлектәре тураһында туранан-тура белешә һәм тейешле эш урынын тиҙ билдәләй ала.
Был кесаҙнала үҙ предприятиелары өсөн хеҙмәткәрҙәрҙе һайлап алыуҙы Башҡортостандың «Газпромтрансгаз» (Өфө), «Башспирт» (Бөрө), «КумАПП» (Күмертау), "Автонормаль” Бәләбәй заводы” (Бәләбәй), “Учалы тегеү фабрикаһы”, «Нефтегазстройсервис» (Үрге Ҡыйғы ауылы), “Байрам” компаниялар төркөмө (Өфө), «Смерч» (Бөрө), “Башҡортостан бройлеры” йәмғиәте (Раевка ауылы), "Башкиравтодор” (Мәсәғүт ауылы) һәм башҡа күптәр үткәрә. Водитель, тракторсы, һатыусы, магазин директоры урынбаҫары, оператор, слесарь, инженер, токарь, фрезеровкалаусы, малсы, ветеринар, медицина хеҙмәткәре һәм башҡа һөнәрҙәр буйынса вакансиялар ҙа тәҡдим ителәсәк.
Вакансиялар тураһында мәғлүмәт менән күберәк граждандарҙы таныштырыу өсөн сараға онлайн-тоташыу майҙансыҡтары ойоштороласаҡ. Ниндәйҙер тәғәйен ҡала йәки районда асыҡ кадрҙар һайлап алыуҙы үткәреү урындары һәм ваҡыты менән республиканың мәшғүллек үҙәктәре сайттарында, шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙәге рәсми аккаунттарында танышырға мөмкин.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/