Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Ғинуар 2023, 08:30

Өс проект еңеү яулаған

2023 йылда Президент гранттарының беренсе конкурсы йомғаҡтары буйынса Сибайҙың өс проекты еңеүсе тип танылды.

Өс проект еңеү яулаған
Өс проект еңеү яулаған

Был хаҡта Сибай ҡалаһы башлығы Азамат Юлдашбаев үҙенең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһендә яҙған.

“Беҙҙең ҡала беренсе йыл ғына Рәсәй Президенты гранттары конкурстарында әүҙем ҡатнаша һәм еңеүҙәр яулай. 2023 йылда президент гранттарының беренсе конкурсы йомғаҡтары буйынса Сибайҙың өс проекты еңеүсе тип танылды. Улар дөйөм алғанда 1,7 миллион һумдан ашыу суммаға ярҙам аласаҡ.

Беренсеһе - социаль оҙатыуҙа торған ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн "Ғаилә" көньяҡ-көнсығыш үҙәге менән берлектә "Аманат" ирекмәнлекте үҫтереү коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошмаһы менән әҙерләнгән "ВелоСреда" спорт үҙәген асыу буйынса проект. Гранттың суммаһы 747 586 һум тәшкил итә.

Икенсеһе - инвалидтар йәмғиәтенең һәм Сибай педагогия колледжының инвалидтарҙы һәм өлкән граждандарҙы яңы һанлы ҡоролмаларҙы һәм технологияларҙы ҡулланыу күнекмәләренә уҡытыуға йүнәлтелгән "Яңы ваҡыт" исемле берлектәге проекты. Проектҡа ярҙам суммаһы 499046 һум тәшкил итә. Был инвалидтар йәмғиәтенең президент гранттары конкурсында алтынсы еңеүе, һәм, ышанам, һуңғыһы түгел.

Йәнә бер берлектәге проект - "Инициатива" граждандар йәмғиәтен үҫтереү үҙәге менән ҡала китапханалар системаһының "БиблиоЮрта" исемле проекты. Проекттың маҡсаты - Башҡортостан Республикаһының ҡала һәм башҡа район халҡын тыуған төйәге, уның тарихы һәм мәҙәниәте менән таныштырыу. Грант ярҙамының суммаһы - 482365 һум.

Бөгөн социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмалар бик мөһим эш башҡара, граждандарҙың көнүҙәк ихтыяждарын ҡайғырта, социаль проекттар менән шөғөлләнә.  Социаль өлкә учреждениелары үҙҙәренең проекттарын тормошҡа ашырыу һәм грант конкурстарында еңеүҙәргә күрә асылған матди базаны нығытыу өсөн мөмкинлектәрҙе мөмкин тиклем файҙаланыр тип ышанам”, - тип яҙған Азамат Юлдашбаев.

Фото һәм сығанаҡ: Азамат Юлдашбаевтың “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: