Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Тәтешле районына эш сәфәрендә район хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов менән осрашты. “Башлыҡ сәғәте” рәүешендә үткән осрашыуҙа улар райондың төп социаль-иҡтисади күрһәткестәре һәм шулай уҡ төп проекттар, биләмәне үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре тураһында фекер алышты.
Мөһим йүнәлештәрҙең береһе – юл селтәрен яңыртыу. Иң эре объекттарҙың береһе – М-12 Мәскәү – Ҡазан тиҙлекле магистраль участкаһы төҙөлөшө. Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса уны Екатеринбург ҡалаһына тиклем һуҙҙылар. Юлдың бер өлөшө Тәтешле районы буйынса үтә. Фәнүр Шәйхисламов төҙөлөш өсөн ер участкаһы әҙерләнеүе, шулай уҡ трасса маршруты эргәһендә төҙөлөш материалдары алыу өсөн карьерҙар билдәләнеүе тураһында һөйләне.
Радий Хәбиров яңы магистраль буйлап юл сервисын үҫтереүгә иғтибар биреү кәрәклеген билдәләне. Инвесторҙар йәлеп итеү һәм объекттарҙы урынлаштырыу тураһында алдан уйлашырға кәрәк.
Осрашыуҙа шулай уҡ урындағы автомобиль юлдарын ремонтлау мәсьәләһе лә ҡаралды. Район етәксеһе юлдарға ҡырсын түшәүҙә ҙур ярҙам күрһәткәндәре өсөн республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылдың аҙағында Радий Хәбиров был маҡсатҡа республика Хөкүмәтенә һәр муниципалитетҡа ун миллион һум күләмендә финанс бүлеүҙе йөкмәтте.
Фәнүр Шәйхисламов 2023 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың 95 йыллығына байрам саралары үтәсәге хаҡында һөйләне. Үрге Тәтешлеләге шағирҙың исемен йөрөткән үҙәк урамға ремонт талап ителә. Республика етәксеһе был мәсьәләне иғтибарға алырға ҡушты һәм район үҙәгендә ремонт талап ителгән һигеҙ подъезға һәм ихата биләмәләрен төҙөкләндереүгә быйыл аҡса бүлергә ҡушты.
Тағы ла көн үҙәгендә торған мөһим йүнәлеш – тораҡтарҙы газ, йылылыҡ һәм һыу менән тәьмин итеү. Башҡортостан Башлығы Түбәнге Балтастағы урта мәктәп өсөн блок - модулле котельный төҙөүгә 15 миллион һум аҡса бүлеү мәсьәләһен Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына йөкмәтте.
Осрашыуҙа һаулыҡ һаҡлау объекттарын яңыртыу мәсьәләһе лә тикшерелде. 2023 йылға ФАП-тарҙы яңыртыу графигына райондың инмәүе асыҡланды. Республика етәксеһе Һаулыҡ һаҡлау министрлығына быйыл районда яңы өс ФАП төҙөлөшөн индереү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.