26-28 июндә Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең X юбилей форумы үтәсәк. Был турала Беларусь Республикаһы Милли Йыйылышының Республика советы рәйесе Наталья Кочанова кисә форумды әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышында белдерҙе.
– Форумды үткәреү датаһын Рәсәй яғы менән килештек. Унда 10 секция эшләйәсәге билдәләнгән дә инде. Уларҙы Беларусь Республикаһы советының даими комиссия рәйестәре һәм ағзалары етәкләйәсәк. Шулай уҡ паритет нигеҙендә Рәсәй яғынан да. Әлеге ваҡытта был мәсьәләләр килешелгән, – тине Наталья Кочанова.
– Бындай әһәмиәтле сараны үткәреү урыны итеп Өфөне һайлау Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Беларусь Республикаһы яғынан республикабыҙға ышаныстың юғары кимәлдә булыуын күрһәтә.
Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә Белоруссия алты процент өлөшө менән 5-се урынды биләй. Уҙған йылдың туғыҙ айында ике республика араһында тышҡы сауҙа әйләнеше 5,9 процентҡа артҡан. Бынан тыш, беҙҙең ҙур халыҡ-ара сараларҙы уңышлы үткәреү буйынса ҙур тәжрибәбеҙ бар, – тине Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең форумы ике илдең төбәктәре, эшҡыуарҙары һәм ойошмалары араһында бәйләнештәрҙе киңәйтеүгә булышлыҡ итеү маҡсатында үтә. 2022 йылда Форум Беларусь Республикаһының Гродно ҡалаһында үтте.
Элек форум Рәсәйҙә тик Сочиҙа (2015), Мәскәүҙә (2017) һәм Санкт-Петербургта (2019) үтте. 2021 йылда коронавирус сикләүҙәре арҡаһында ул видеоконференция форматында үтте.
Форумдың төп сараһы - Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин һәм Беларусь Республикаһы Президенты Александр Лукашенко, шулай уҡ Рәсәйҙең Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко һәм Беларусь Республикаһы Милли Йыйылышының Республика советы рәйесе Наталья Кочанова ҡатнашлығында пленар ултырыш. Рәсәй һәм Белоруссияның X форумы программаһы эшлекле һәм мәҙәни өлөштәрҙән тора. 2023 йылдың мартынан июненә тиклем Өфөлә бер нисә сара үтәсәк.
Мәҙәни программала - "Евразия йөрәгендә славян баҙары" фестивале, "Дуҫлыҡ тирмәһе" этник мәҙәниәттәр фестивале, ике ил рәссамдарының Башҡортостан Республикаһы буйлап пленэр-туры. Форум барышында шулай уҡ ике ил араһындағы ун йыллыҡ хеҙмәттәшлекте берләштергән "Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәре форумы тарихы" күргәҙмәһен ойоштороу планлаштырыла.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/