Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Ғинуар 2023, 11:15

Төҙөлөш тармағына яңы бурыстар ҡуйылды

Быйыл өс миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Төҙөлөш тармағына яңы бурыстар ҡуйылды
Төҙөлөш тармағына яңы бурыстар ҡуйылды

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендәге ултырышта төҙөлөш өлкәһендә эш һөҙөмтәләре тикшерелде һәм киләһе йылға бурыстар билдәләнде. Башҡортостан торлаҡты файҙаланыуға тапшырылыу йәһәтенән эҙмә-эҙлекле рәүештә илдә алдынғы урынды биләй, тип билдәләне Премьер-министр.

— 2022 йылда республика өс миллион квадрат метр торлаҡ тапшырҙы, алданған өлөшсөләр проблемаһы һөҙөмтәле хәл ителә. Былтыр проблемалы объекттарҙың берҙәм реестрынан 70 йорт сығарылған. Был өс меңгә яҡын кешенең боҙолған хоҡуҡтарын тергеҙергә мөмкинлек бирә. 9,6 миллиард һумлыҡ инфраструктура проектын тормошҡа ашырыу башлана — был Нефтекама һәм Өфөнөң Көньяҡ ҡапҡаларының комплекслы үҫеше. Уларҙың һөҙөмтәһе булып яҡынса һигеҙ миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылыр тип көтәбеҙ. Шулай уҡ "Дәртләндереү" федераль программаһының тормошҡа ашырылыуын да билдәләп үтергә теләйем. 2023 йылдағы килешеү нигеҙендә 3,8 миллиард һумлыҡ 13 объект төҙөләр тип күҙаллана, – тине Андрей Назаров.

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин төҙөлөш өлкәһендәге эштәр һөҙөмтәләре һәм алдағы бурыстар тураһында ентеклерәк  һөйләне. “2022 йыл торлаҡ төҙөлөшө буйынса иң яҡшыһы булды”, – тине ул.

— Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында «Дәртләндереү» программаһы буйынса федераль средстволар йәлеп итеү буйынса лидер булып тора, был 2022 йылда 17 инженер, транспорт һәм социаль инфраструктура объекттарын төҙөү иҫәбенә бер миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡты сафҡа индереүҙе тәьмин итергә мөмкинлек бирҙе. Шулай уҡ авария хәлендәге торлаҡ фондынан граждандарҙы күсереү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу сиктәрендә дөйөм майҙаны 230 мең квадрат метр булған 41 күп фатирлы йорт сафҡа индерелде, — тине Егор Родин.

Башҡортостан Республикаһы 2019-2022 йылдар осоронда иң күп граждандар — 7,9 мең кеше үҙ хоҡуҡтарын тергеҙгән биш төбәк иҫәбенә инде, тип өҫтәне. Өҫтәмә газлаштырыуҙың раҫланған план-графигы 31 меңдән ашыу йорт хужалығын газлаштырыуҙы күҙ уңында тотоп, бөгөнгө көнгә тиклем халыҡ менән 32 мең ғариза буйынса килешеү төҙөлгән. Республиканың маҡсатлы инвестиция программаһы сиктәрендә социаль-мәҙәни өлкәнең 21 объекты сафҡа индерелде. 2022 йылда 8,3 меңдән ашыу гражданға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға дәүләт ярҙамы күрһәтелгән.

Премьер-министр файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ күләмен кәмендә өс миллион квадрат метр кимәлендә һаҡлауҙы тәьмин итергә ҡушты.

- Шулай уҡ граждандарҙы иҫке торлаҡтан күсереү программаһын тормошҡа ашырыуҙы тамамларға һәм 2022-2026 йылдарға яңы программаны раҫларға, уртаҡ төҙөлөштә ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡтарын тергеҙеү мәсьәләһен тулыһынса хәл итергә кәрәк, — тип өҫтәне Андрей Назаров.

Фото һәм сығанаҡ Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: