Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Ғинуар 2023, 13:25

Кәмендә 15 эш урыны буласаҡ

Яңы объект Өфө ҡалаһы янындағы ауылда урынлышасаҡ.

Кәмендә 15 эш урыны буласаҡ
Кәмендә 15 эш урыны буласаҡ

БР Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы менән «ИРБИС-РБ» яғыулыҡ компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында ойошмаға сауҙа үткәрмәйенсә ҡуртымға бирелгән ер участкаһында күләмле инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү тураһында тағы ла бер килешеү төҙөлдө. Компания проектҡа 150 миллион һум инвестиция һалырға ниәтләй. Был комплекс Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостанда төҙөләсәк икенсе объект буласаҡ.

- Проект Өфө районының Михайловка ауылында заманса комплекс төҙөүҙе күҙ уңында тота. Уны тормошҡа ашырыу 20 эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк, - тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Комплекс автомобилдәрҙе заправкалау станцияһынан, СУГ станцияһынан (шыйығайтылған углеводород газдары), электромобилдәр өсөн зарядка станцияларынан, мини-маркеттан, кафенан торасаҡ.

- Был - «ИРБИС-РБ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ғәмәлгә ашырырға күҙалланған юл яны сервисы һәм ҡала комплекстары объекттарын төҙөү буйынса 10 инвестиция проектының береһе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, юл буйы сервисы объекттарын төҙөү (яңыртыу) буйынса инвестиция проекттары инвестиция күләме - федераль автомобиль юлдары буйында тормошҡа ашырыу күҙалланған проекттар өсөн 50 миллион һумдан, төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге юлдар буйындағы проекттар өсөн 20 миллион һумдан, Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнсығыш райондары һәм Урал аръяғы биләмәләрендә, шулай уҡ «Торатау» геопаркы биләмәләрендә тормошҡа ашырылған инвестиция проекттары өсөн 10 миллион һумдан булған Башҡортостан Республикаһының өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә инеүе мөмкин.

Артабан юл яны сервисы өлкәһендәге инвесторҙарға түбәндәге ярҙам саралары күрһәтелә. Әгәр проект кәмендә 15 эш урыны булдырыуҙы күҙ уңында тотһа, инвестор ер участкаһын сауҙалашыуһыҙ ҡуртымға алыуға дәғүә итергә хоҡуҡлы.

Транспорт һәм инженерлыҡ инфраструктураһы объекттарын төҙөүгә сығымдарҙың бер өлөшөн ҡайтарыуға 30 миллион һумға тиклем субсидия ярайһы уҡ ҙур ярҙам сараһы булып тора.

Фото: pravitelstvorb.ru

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/19969/

 

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас