Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикабыҙҙың башҡарма власть органдары СКБ Контурҙан Контур.Толк онлайн тәртибендә кәңәшмәләр үткәреү өсөн импортҡа алмаш эшләнмәләрҙе ғәмәлгә индергән. Әйткәндәй, ул – Рәсәйҙең IT тармағында лидерҙарҙың береһе. Был эште Башҡортостан Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы үҙенең өҫтөнә алған.
Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин әйтеүенсә, Контур-Толк платформаһы 2022 йылдың 27 октябрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тура эфиры ваҡытында, республикабыҙҙың ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары менән селектор бәйләнешендә, ҡулланылған. Былтыр июндә Рәсәй Президенты янындағы Дәүләт советының эшсе төркөмө Контур.Толк буйынса кәңәшмә уҙғарған.
– Уҙған йылда Рәсәйҙең IT-компаниялары корпоратив онлайн-бәйләнеш өсөн уңайлы бер нисә ватан ВКС-эшләнмәләрен тәҡдим итте, – тине министр. – Бөгөнгә республикабыҙҙың министрлығы һәм ведомстволарының ихтыяжы, шулай уҡ Хөкүмәт аппараты өсөн ике альтернатив программа уңышлы индерелгән һәм ҡулланыла.
Контур-Толктың видео һәм аудио конференциялары сервисы ваҡыт йәһәтенән аралашыуҙы сикләмәй, ә һүрәт һәм тауыш – юғары кимәлдә. Бөтә осрашыуҙарҙы ла яҙҙырырға һәм ҡайтанан ҡарарға мөмкин.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.