Бөгөн Минкиҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Беларусь Президентының Эштәр идарасыһы Юрий Назаров менән осрашты. Көн тәртибендә – халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү, иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре.
Яҡтар сауҙа әйләнеше күләмен арттырыу мөмкинлеге, бизнес менән үҙ-ара эш итеүҙең перспективалы йүнәлештәре, шулай уҡ ихтыяж булған продукция етештереү проекттары буйынса фекер алышты. Мәғлүм булыуынса, былтыр декабрҙә Өфөлә үткән Халыҡ-ара бизнес аҙналығы йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан һәм Белоруссия предприятиелары 60 миллион һумлыҡ килешеү төҙөгәйне. Атап әйткәндә, улар Беларусь Республикаһына Башҡортостан сода компанияһы продукцияһын ташыуҙы күҙ уңында тота.
– Беларусь Президенты командаһының ярҙамы булмай тороп, халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте һөҙөмтәле үҫтереү мөмкин түгел. Күптән түгел ил етәкселеге беҙгә кальцийлы сода менән туранан-тура тәьмин итеүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәйне. Беҙ уны экспортларға әҙер. Был Белоруссия предприятиеларына ла, Башҡортостан сода компанияһы өсөн дә отошло, – тине Радий Хәбиров осрашыу йомғаҡтары буйынса. – Бынан тыш, республикабыҙҙа зубр үрсетеү тураһында һөйләшеп килештек. Бының өсөн Беларусь Республикаһына биолог ғалимдар делегацияһын ебәрәбеҙ, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге ошондай тәжрибәне лә өйрәнербеҙ. Тәүге зубрҙар республикабыҙға быйыл уҡ килтерелер тигән ниәттәбеҙ.
Фото: glavarb.ru
Сығанаҡ: glavarb.ru