Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Ғинуар 2023, 20:45

Тауар әйләнеше 10,7 процентҡа артҡан

Ултырышта төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек мәсьәләләре ҡаралды.

Тауар әйләнеше 10,7 процентҡа артҡан
Тауар әйләнеше 10,7 процентҡа артҡан

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “Белстат” мәғлүмәттәре буйынса 2022 йылдың 11 айында Башҡортостан менән Беларусь араһында тышҡы сауҙа әйләнеше элгәре йыл менән сағыштырғанда 10,7 процентҡа артҡан. Был турала 18 ғинуарҙа Минск ҡалаһында үткән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һәм “Белнефтехим” концерны рәйесе Андрей Рыбаков етәкселегендәге ике республика араһындағы хеҙмәттәшлек буйынса эшсе төркөм ултырышында белдерҙеләр.

– Былтырғы йомғаҡтар буйынса Беларусь Республикаһы Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә бишенсе урынды биләй. Дөйөм тауар әйләнеше күләменең 60 проценты тиерлек Башҡортостандан Белоруссияға экспортҡа тура килә. Беҙ белорус коллегаларыбыҙ менән әүҙем хеҙмәттәшлекте дауам итәбеҙ. Сәнәғәт, ауыл хужалығы, машиналар эшләү йүнәлешендә һөҙөмтәләр байтаҡ. Миҫалға Башҡортостанда тормошҡа ашырылған “Амкодор” йәмғиәтенең ауыл хужалығы техникаһы етештереү буйынса 250 эш урынына иҫәпләнгән завод төҙөү проектын килтерергә була. “МАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән производство асырға килештек. Тиҙҙән ошо йүнәлештә эш башлайбыҙ, – тине Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Уның әйтеүенсә, республикабыҙҙа Белоруссия тауарҙарынан торған сауҙа селтәрен асыу планлаштырыла. Беларусь Республикаһының аҙыҡ-түлегенә лә беҙҙә ихтыяж ҙур. Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева Башҡортостандың Беларусь Республикаһындағы вәкиле Константин Климиндың эшен билдәләне.

– Уның ярҙамында “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы белорус коллегалары менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. “Башҡортостан юлдаш телевидениеһы” телеканалында көнөнә кәмендә өсәр тапҡыр Белоруссияның туристик йәһәттән ҡыҙыҡлы урындарын яҡтыртҡан реклама яҙмаларын күрһәтеү күҙаллана, – тине ул.

Осрашыуҙа Башҡортостан яғынан республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев һәм башҡалар сығыш яһаны. Беларусь Республикаһы яғынан ултырыш эшендә “Беллегпром” концерны рәйесе Татьяна Лугина, ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министрының беренсе урынбаҫары Сергей Федченко, урман хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Александр Драгун ҡатнашты. Сарала сәнәғәт, агросәнәғәт, транспорт, урман һәм туризм өлкәләрендә хеҙмәттәшлек мәсьәләләре ҡаралды.

Фото, текст сығанағы: pravitelstvorb.ru/news/19982

Тауар әйләнеше 10,7 процентҡа артҡан
Тауар әйләнеше 10,7 процентҡа артҡан
Тауар әйләнеше 10,7 процентҡа артҡан
Тауар әйләнеше 10,7 процентҡа артҡан
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: