Иҡтисад
19 Ғинуар 2023, 18:15

“Яңы предприятиелар менән беҙгә яңы тәжрибә лә килер”

Башҡортостан Башлығы “АМКОДОР” холдингының етештереү майҙансыҡтарында булды.

“Яңы предприятиелар менән беҙгә яңы тәжрибә лә килер”“Яңы предприятиелар менән беҙгә яңы тәжрибә лә килер”
“Яңы предприятиелар менән беҙгә яңы тәжрибә лә килер”

19 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рәсми делегацияның Беларусь Республикаһына сәфәре барышында “АМКОДОР” холдингының етештереү майҙансыҡтарында булды. Төбәк етәксеһе сәнәғәт һәм ауыл хужалығы өсөн продукция әҙерләү технологияһы менән танышты.

Минск өлкәһендә республика Башлығы “АМКОДОР-Эластомер” предприятиеһын ҡарап сыҡты. Бында Беларусь Республикаһының машиналар эшләү комплексы өсөн продукция сығарыла. Бынан тыш, изделиелар Рәсәйгә, Ҡаҙағстанға һәм Үзбәкстанға экспортҡа ебәрелә. Радий Хәбиров предприятие етәкселеге менән завод ихтыяждары өсөн химия продукцияһын поставкалау мәсьәләһен тикшерҙе.

Күрше майҙансыҡта трактор һәм юл-төҙөлөш техникаһы өсөн деталдәр етештереү буйынса “ПРОДИ” компанияһы ҡеүәттәре урынлашҡан. Башҡортостан Башлығы етештереү цехтарын һәм әҙер продукция өлгөләрен ҡараны.

Минск өлкәһенең Дзержинск ҡалаһында Радий Хәбиров “АМКОДОР”ҙың етештереү майҙансығында – ауыл хужалығы техникаһы сығарыу буйынса “Элезер” предприятиеһында булды. Бында игенде таҙартыу һәм сорттарға айырыу өсөн ҡорамалдарҙың 40-тан ашыу моделе һәм модификацияһы, тупраҡ эшкәртеү агрегаттары, мал аҙығы әҙерләү машиналары сығарыла.

Мәғлүм булыуынса, былтыр июндә Өфө районында ауыл хужалығы техникаһы етештереү буйынса “АМКОДОР” холдингы заводы төҙөлә башлағайны. Уның тураһында холдингтың Директорҙар советы рәйесе Александр Шакутин һөйләне.

– Төҙөлөш эштәрен тамамлап киләбеҙ, ҡорамалдар һатып алдыҡ, уларҙы мартта монтажлайбыҙ. Башҡортостанда халыҡ бик тырыш, эш билдәләнгән ваҡытынан алдараҡ бара, – тине ул. – Бөгөн беҙ бергәләп бойондороҡһоҙ иҡтисад төҙөргә, үҙебеҙҙең иҡтисади суверенитетты булдырырға тейешбеҙ. Республикағыҙ үҙ иңенә йөкләмәләр ала һәм уларҙы теүәл үтәй. Эшһөйәр, намыҫлы кешеләр, яҡшы идара заводтарҙы бер йыл эсендә төҙөргә мөмкинлек бирә.

Башҡортостан Башлығы Дзержинск ҡалаһында “САЛЕО” холдингы предприятиеһы эшмәкәрлеге менән танышты. Бында машиналар эшләү тармағы өсөн гидравлик узелдар һәм агрегаттар сығарыла. Радий Хәбиров Белоруссия компанияларының сәнәғәт ҡеүәтенә юғары баһа бирҙе.

– Белоруссияла машиналар эшләү компетенциялары бик юғары һәм төрлө яҡлы. Бында ябай резина прокладкаларҙан алып әҙер агрегаттарға тиклем барыһын да үҙҙәре эшләйҙәр, – тине Башҡортостан Башлығы. – “АМКОДОР” компанияһы менән эшмәкәрлек ярайһы уҡ яҡшы бара. Бер йыл эсендә генә эшкәртеү ҡорамалдары сығарыу буйынса яңы завод төҙөйбөҙ. Ул ауыл хужалығы өсөн кәрәкле продукция етештерәсәк. Төрлө техниканы хеҙмәтләндереү буйынса йәнә бер предприятие төҙөүгә ҡағылышлы һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Был инде киләһе этап. Иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү тап ошондай партнерлыҡҡа нигеҙләнә лә инде.

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә “Амкодор” менән хеҙмәттәшлекте телгә алды.

“Белоруссияның “Амкодор” компанияһы менән үҙ-ара әүҙем эш итәбеҙ. Быйыл йәй Өфөлә берлектәге яңы предприятие эш башлаясаҡ, ул беҙҙең ауыл хужалығы өсөн кәрәкле, игенде йыйып алғандан һуң эшкәртеү ҡорамалдары сығарасаҡ.

Хәҙер “Амкодор” компанияһының Директорҙар советы рәйесе Александр Васильевич Шакутин менән хеҙмәттәшлектең киләһе этабын – республикала ауыл хужалығы һәм коммуналь техника производствоһын асыу мәсәьәләһен тикшерәбеҙ.

Беларусь Республикаһында машиналар эшләү компетенциялары бик етди һәм төрлө яҡлы, хеҙмәт мәҙәниәте юғары. Яңы предприятиелар менән бергә беҙгә яңы тәжрибә лә килер, тип ышанабыҙ”, – тип яҙған ул.

Фото: vk.com/wall413272232_961310

Сығанаҡ: glavarb.ru, vk.com/wall413272232_961310

“Яңы предприятиелар менән беҙгә яңы тәжрибә лә килер”
“Яңы предприятиелар менән беҙгә яңы тәжрибә лә килер”
“Яңы предприятиелар менән беҙгә яңы тәжрибә лә килер”
“Яңы предприятиелар менән беҙгә яңы тәжрибә лә килер”
“Яңы предприятиелар менән беҙгә яңы тәжрибә лә килер”
“Яңы предприятиелар менән беҙгә яңы тәжрибә лә килер”
“Яңы предприятиелар менән беҙгә яңы тәжрибә лә килер”
“Яңы предприятиелар менән беҙгә яңы тәжрибә лә килер”
“Яңы предприятиелар менән беҙгә яңы тәжрибә лә килер”
“Яңы предприятиелар менән беҙгә яңы тәжрибә лә килер”
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас