"Гомель иретеп ҡойоу һәм нормаль заводы" белорус предприятиеһы Башҡортостан Республикаһына "ЖВЗ" серияһынан 50-нән ашыу урғыс йыйыу өсөн ҡоролма ебәрәсәк. Уларҙан киләсәктә төбәктә эшләгән уртаҡ етештереү предприятиелары нигеҙендә урғыстар йыйыласаҡ.
Был хаҡта килешеүгә 18 ғинуарҙа Минскиҙа үткән Башҡортостандың рәсми делегацияһының Белоруссияға сәфәре сиктәрендә ҡул ҡуйылды. Документҡа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең премьер-министр урынбаҫары — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һәм Гомель ҡойоу һәм "Гомель иретеп ҡойоу һәм нормаль заводы" директоры Андрей Кузнецов ҡул ҡуйған.
«Килешеү шарттарына ярашлы, завод беҙҙең ауыл хужалығы тармағына кәрәкле йыһаз һәм ҡоролмаларға 10 процентҡа тиклем ташлама бирәсәк. Башҡортостанда белорус етештереүселәренән ҡоролма алып ҡорамал йыйған өс предприятие бар, улар өсөн был ҙур ярҙам буласаҡ, ә ауыл хужалығы етештереүселәренә йыһаздар алыу, ҡорамалдарҙы яңыртыу йәһәтенән эш еңелләшәсәк», — тине Илшат Фәзрахманов.
Белоруссияла етештерелгән автомобиль һәм трактор йыһаздары һәм ҡоролмалар комплекттары менән тәьмин итеүсе һәм йыйып алыусы предприятиеларҙың береһе фекеренсә, әлеге килешеү нигеҙендә импорт продукция берәмегенә дөйөм ташлама 150 мең һумға етеүе ихтимал.
Башҡортостан һәм Белоруссия һуңғы йылдарҙа төбәк-ара һәм тышҡы иҡтисади хеҙмәттәшлекте нығытыуҙа һиҙелерлек уңыштарға өлгәште һәм артабан да уны арттырыуҙы дауам итә. Һуңғы йылдарҙа республикалар сауҙа хеҙмәттәшлеген дә әүҙем арттыра бара. 2021 йылда ул 292,2 миллион доллар тәшкил итһә, 2022 йыл аҙағында ул 300 миллиард долларға тиклем еткән. Башҡортостан Белоруссия менән үҙ-ара сауҙа әйләнешен йылына бер миллиард долларға еткерергә ниәтләй.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы Башҡортостан Хөкүмәте сайты.