Күптәр ауылын, атай-әсәй нигеҙен ташлап ҡалаға киткәндә, Салауат Зарипов, киреһенсә, ҡалала йәшәп ятҡан еренән тыуған ауылына ҡайтып төпләнә. “Ул беҙҙең ауылды йәшәтә”, тип маҡтап та ебәрә яҡташтары.
–Тыуған ауылымда урындағы хужалыҡ бөлгөнлөккә төшкәс, бынан өс йыл элек эш башланым, – ти Шөкшән ауылындағы крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Салауат Зарипов. – Ошо ваҡыт эсендә мал-тыуар үрсетеүгә көс һалдым. Бөгөн ҡурабыҙҙа – 30 ат, төрлө тоҡомло 60 баш һыйыр малы, “меринос”, “иҙелбай” һәм ”орловская”тоҡомло һарыҡтар.
Ҡайһы бер фермерҙар бер генә төрлө тоҡомға өҫтөнлөк биргәндә, Салауат, малсылыҡтың ысын фанаты булараҡ, мал-тыуарҙың төрлөһөн үрсетергә теләй. Әйтерһең, һин зоопаркка килеп ингәнһең! Аҙбар эсендә “герофорд”тар, тышта “лимузин”дар, ферма биләмәһенең иң төпкөлөндәге утарҙа йылҡы аҫрала. Ә дүртенсе утарҙа – һарыҡтар.
– Тоҡомло мал үҫтереү минең хоббиға әйләнде, – ти фермер.–Һарыҡсылыҡты үҫтергәндә, мул табыш алып була. Төрлө тоҡомло һарыҡтар ҙурлығы, ауырлығы һәм итенең тәме менән дә айырыла.
Киләсәктә ул ит етештереү менән шөғөлләнмәксе. Ауылдаштары ошондай егетте үҫтергән ата-әсәһенә рәхмәтле. Заманалар үҙгәреп, күптәр эшһеҙ ҡалғанда, ауылына ҡайтып, ауылдаштары өсөн эш урындары булдырған уңған яҡташтарын улар хөрмәт итә. Айырыуса яҙғы сәсеү осоронда механизаторҙар күпләп эшкә сыға. Салауат агрономия буйынса белеме булмаһа ла, баҫыусылыҡта үҙен һынап ҡарай. Элекке колхоз ерҙәренең байтаҡ өлөшөндә сүп үләне үҫкәнен күреп, хайран ҡала һәм ең һыҙғанып эшкә тотона. Ташландыҡ хәлгә төшкән баҫыуҙарҙа тракторҙар гөрөлдәй, иген баҫыуҙары туҡ башаҡтары менән ерҙе йәмләй башлағас, ауылдаштарының кәйефе күтәрелә.
Салауат Зарипов эксперименттар яһарға әүәҫ. “Баҫыусылыҡта төрлө культуралар сәсәм, былтыр хатта ҡарабойҙай сәсеп ҡараным. Табышы мул булды. Киләсәктә уны күберәк майҙанда сәсергә уйлайым”,– тип дәртләнгән ул. Әле фермер 500 гектарға яҡын ер эшкәртә. Яңы ферма бинаһы төҙөргә теләй, өҫтәүенә төбәкте үҫтереүҙә, традицияларҙы һаҡлауҙа, милли байрамдарҙы, һабантуйҙарҙы үткәреүҙә әүҙем ҡатнаша, тип һоҡланып яҙа хәбәрсе Гөлназ Хужина “Алға” гәзите биттәрендә. Борай егетенә ныҡышмалылыҡ, эшендә уңыштар теләйбеҙ!
Гөлназ Хужина фотоһы.