Республика Башлығы Радий Хәбиров аҙна башында үткәргән оператив кәңәшмәлә республикала солоҡсолоҡто үҫтереү буйынса фекер яңғыраны.
Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, беҙҙә 12 меңдән ашыу кеше умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Әммә һуңғы ваҡытта халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәренең береһе - солоҡсолоҡ бер аҙ юғала бара.
Белорет районында йәшәгән оҫта һәм умартасы Азамат Заһиҙуллин бер нисә йыл элек тап ошо кәсепте үҫтереү, ата-бабаларыбыҙҙың башлағанын дауам итеү маҡсатында Ноҡат ауылы янындағы урманда боронғо солоҡтарҙы табып, уларҙы нисек эшләргә өйрәнеп, үҙе лә солоҡ умартаһы юна башлай. Бөгөн ул районда ошо йәһәттән иң оҫталарҙың береһе. Йылына 130-ҙан ашыу солоҡ умартаһы эшләгән.
Белорет оҫтаһы хаҡында тулы мәҡәләне гәзитебеҙҙең алдағы һандарының береһендә уҡырһығыҙ.
Автор фотоһы.