19 ғинуарҙа Башҡортостандың рәсми делегацияһының Беларусь Республикаһына сәфәре барышында төбәк Башлығы Радий Хәбиров Sputnik Беларусь яңылыҡтар агентлығына интервью бирҙе.
Республика етәксеһе “Беларусьторг” менән һөйләшеүҙәр үткәреү, Белоруссияға сода ғына түгел, шулай уҡ башҡа тауарҙар ҙа сығарырға тәҡдим яһау тураһында һөйләне. “Ике йыл элек беҙ “Эколь”, “Зифа” кеүек химик йыуыу сараларын яңынан етештерә башланыҡ. Уларға ҡағылышлы бер нисә килешеү төҙөлдө лә инде. Бөгөн беҙ Белоруссияла мөмкинлектәрҙе төплөрәк өйрәнеп, ошо тауарҙарҙы бында һатыуға булышлыҡ итеүен теләйбеҙ”, – тине Радий Хәбиров.
Һуңғы йылдарҙа республикабыҙ йылдам үҫә. Бюджеттың килем өлөшө, инвестиция йәлем итеү һәләте, сәнәғәт етештереүе индексы йылдан-йыл арта. Бизнесты уңышлы алып барыу өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан баҙары Беларусь тауарына бай тип әйтеп булмай.
“Беҙгә ауыл хужалығы техникаһы етмәй. Мин “АМКОДОР”ҙың бер нисә сәнәғәт предприятиеһында булдым. Беҙҙә сәскестәргә һәм киптергестәргә алты ай буйы сират торалар. Иҫкергән техниканы алмаштырыу өсөн ике мең машина етешмәй. Беҙгә тәгәрмәсле тракторҙар ҙа кәрәк”, – тине Радий Хәбиров.
Фото, текст сығанағы: glavarb.ru/rus/press