+21 °С
Болотло


Әбйәлил районының Яңы Балапан ауылында йәшәгән йәш фермер Илшат Һөйөндөков “Агростартап” программаһы буйынса дүрт миллион һумдан ашыулыҡ грант алған.
Ауыл йүнселе малсылыҡты үҫтереү буйынса махсуслашҡан. Әле ул дәүләт ярҙамына 20 баш “симменталь” тоҡомло тана, һөт һыуытыу, айыртыу кеүек кәрәкле ҡорамалдар һатып алған.
Өфөлә йәшәп, унан тыуған ауылына ҡайтып үҙ эшен асҡан булдыҡлы, тырыш йүнсел хаҡында гәзитебеҙҙең киләһе һандарында яҡыныраҡ таныштырырбыҙ.
Автор фотоһы.