Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Ғинуар 2023, 20:45

Хеҙмәттәшлеккә ҙур өмөт бағлана

Радий Хәбиров Sputnik Беларусь яңылыҡтар агентлығына интервью бирҙе.

Хеҙмәттәшлеккә ҙур өмөт бағлана
Хеҙмәттәшлеккә ҙур өмөт бағлана

19 ғинуарҙа Башҡортостандың рәсми делегацияһының Беларусь Республикаһына сәфәре барышында төбәк Башлығы Радий Хәбиров Sputnik Беларусь яңылыҡтар агентлығына интервью бирҙе.

Радий Фәрит улы 2022 йылда Беларусь Республикаһы менән сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙең үҫеше, билдәләнгән ниәттәрҙең нисек тормошҡа ашырылыуы, Минскиға әлеге сәфәр барышында ҡаралған мәсьәләләр, яңы йылда тормошҡа ашырыласаҡ берлектәге проекттар тураһында һөйләне. Башҡортостан Башлығы хеҙмәттәшлек өсөн юридик база – 2020 йылғы килешеү булыуын, Рәсәйҙең Сауҙа вәкиллеге нигеҙендә Башҡортостандың Беларусь Республикаһындағы вәкиле офисын асыуҙы, килешеүҙәрҙең тормошҡа ашырылыуына контроллек итеү өсөн юл карталарының төҙөлөүен телгә алды.

“Әле беҙ тура авиарейстар асыу йәһәтенән әүҙем эш алып барабыҙ, сөнки унһыҙ бизнесты йылдам үҫтереү бик ҡыйын. Яҙ Өфө – Минск һәм Минск – Өфө рейсы буласаҡ”, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы, тауар алмашыуҙан тыш, тәрәнерәк интеграцияға өлгәшеү ниәтен белдерҙе. “Беҙгә бындағы машиналар эшләү өлкәһендәге компетенциялар ҡыҙыҡлы, шуға бер нисә тәҡдим яһаныҡ”, – тине ул.

Республика Башлығы Белоруссияның “Амкодор” компанияһы менән үҙ-ара хеҙмәттәшлектең уңышлы барыуы, уның менән берлектә Башҡортостанда яңы завод төҙөү, уны бер йылда сафҡа индереү ниәте тураһында һөйләне. Ул “МАЗ” компанияһы менән бәйләнештәрҙең яйға һалыныуын телгә алды. “Беҙҙең Башҡортостан троллейбустарының төп узелдары һәм комплектлаусы өлөштәре – Беларусь агрегаттары. Быйыл көҙгә Өфө ҡалаһының заманса йөҙөн сағылдырған өр-яңы 40 троллейбус алырбыҙ тип ышанабыҙ”, – тип билдәләне төбәк етәксеһе.

Радий Хәбиров Башҡортостандағы 80-гә яҡын предприятиеның Беларусь компаниялары менән үҙ-ара эш итеүе тураһында ла әйтте. Ул файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу һәм эшкәртеү менән шөғөлләнгән предприятиеларға иғтибарҙы йүнәлтте. Был предприятиелар машиналар эшләү тармағына ҡыҙыҡһыныу белдерә, атап әйткәндә, “БЕЛАЗ”дан ҙур үҙбушатҡыстар һәм шахталар өсөн ҡорамалдар һатып алырға теләй.

Ҡаҙаныштарға килгәндә, Радий Хәбиров Белоруссия быяла компанияһы өсөн Башҡортостан сода компанияһы продукцияһын поставкалауҙы билдәләне.

Фото: glavarb.ru/rus/press

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: