Республика Башлығы Радий Хәбировтың сәхифәһенән:
"Башҡортостан менән Белоруссияның Гомель өлкәһе араһында ныҡлы иҡтисади мөнәсәбәттәр булдырылған. Төбәктәребеҙҙең бер-береһенә ҡыҙыҡһыныуы ҙур. Үҙ-ара кооперацияны үҫтерәбеҙ, был сәнәғәт предприятиеларына бер-береһен тулыландырырға мөмкинлек бирә.
Гомель өлкәһе башҡарма комитеты рәйесе Иван Иванович Крупко республикабыҙға 2022 йылдың октябрендә килгәйне. Һөҙөмтәлә сәнәғәт һәм ауыл хужалығы тармаҡтарында 1,7 миллиард һумға бер нисә мөһим оҙайлы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Бөгөн беҙ яңы хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен өйрәнәбеҙ һәм яңы килешеүҙәр төҙөйбөҙ. Атап әйткәндә, ауыл хужалығы техникаһы етештергән ҡеүәтле "Гомсельмаш" һәм "Мозырь" машиналар эшләү заводы менән. Һүҙ һатып алыуҙар тураһында ғына бармай – маҡсатыбыҙ тәрән сәнәғәт кооперацияһына йүнәлтелгән. Беҙҙең предприятиеларҙың Гомель өлкәһе заводтарын химия һәм нефть химияһы менән тәьмин итеүе тураһында һөйләшеп килешәбеҙ.
Йәйгеһен, Беларусь һәм Рәсәй төбәктәре форумы барышында, хеҙмәттәшлекте нығытасаҡ документҡа ҡул ҡуйыласаҡ".
Сығанаҡ: vk.com/wall413272232_962102