Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Ғинуар 2023, 16:30

Йәш етәксе бөгөн подвалда эшләне...

Хеҙмәт юлын “ерҙән” башлаған, эшсе һөнәренең бөтә нескәлектәрен үҙләштергән  һәм хәҙер ошо стратегик мөһим тармаҡҡа етәкселек иткән  Артур Дәүләтшиндың бөгөн акцияла ҡатнашыуы ҙур иғтибарға лайыҡ

Йәш етәксе бөгөн подвалда эшләне...
Йәш етәксе бөгөн подвалда эшләне...

Өфө ҡалаһындағы  йорттарҙың береһендә күптәрҙе ҡыҙыҡһындырырлыҡ, һөнәр һайлауҙа ярҙам итерлек сираттағы акция үткәрелде. Ул беҙгә 2013 йылдан алып таныш инде, “Чиновник һөнәрен алыштыра” проектын Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы башлап ебәргәйне. Маҡсаты ябай һәм аңлайышлы – эшсе һөнәрҙәренең абруйын күтәреү, уларҙың яңы шарттарҙа ниндәй үҙгәреш кисереүе, эш хаҡы һәм хеҙмәт баҙарында уға булған ихтыяж тураһында мәғлүмәтлелекте арттырыу һәм, әлбиттә,  тармаҡҡа йәштәрҙе йәлеп итеү.

Был юлы Башҡортостандың торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе Артур Рәмил улы Дәүләтшин проектта ҡатнашты. Бер эш көнөн ул Өфөләге күп ҡатлы йорттарҙың береһендәге подвалда үткәрҙе, йылылыҡ технигы  сифатында күп ҡатлы йорттоң йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһын һәм ҡорамалдарҙы тикшерҙе, журналистарҙың  һорауҙарына яуап бирҙе.

Хәҙерге ваҡытта ҡайһы бер тармаҡтарҙың эшсе һөнәрҙәренә ҡытлыҡ кисереүе сер түгел,  торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһе лә шул иҫәптә. Аңыбыҙҙа ҡасандыр нығынған  ҡалыптар йыш ҡына яныбыҙҙа барған үҙгәрештәрҙе күрергә ҡамасаулай. Хеҙмәт юлын “ерҙән” башлаған, эшсе һөнәренең бөтә нескәлектәрен үҙләштергән  һәм хәҙер ошо стратегик мөһим тармаҡта етәкселек иткән  Артур Дәүләтшиндың бөгөн акцияла ҡатнашыуы ҙур иғтибарға лайыҡ. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшмәкәрлеге,  хеҙмәтләндереү сифаты, тарифтар, түләүҙәр хәҙер кемде генә ҡыҙыҡһындырмай! Ул беҙҙе йылылыҡ пунктының эш процесы, насос станцияһы, газ котельныйы, һыуҙы йылытыусы ҡаҙан эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Ҡаҙан яҡшы эшләһен, тутыҡмаһын, бысранмаһын өсөн һыуҙы тәүҙә таҙарталар икән, счетчиктар тышта һауа температураһы, дымлылыҡ күпме булыуына ҡарап, фатирҙарға биреләсәк йылылыҡты билдәләй, бөтә эш автоматлаштырылған.  “Жилфондсервис” компанияһының генераль директоры  Азат Уразбахтин әйтеүенсә, 239 фатирҙан торған  күп ҡатлы йорттоң үҙ котельныйы булыуы  йылылыҡ өсөн түләүҙәрҙе ике тапҡырға тиерлек кәметергә мөмкинлек биргән. Әлегә яңы  ҡорамалдар, 50-60 мең һумлыҡ насостар  яҡшы эшләй, барыһы ла идарасы компания күҙәтеүендә.

–Мин хеҙмәт юлын эшсе һөнәренән башлауҙы бик мөһим тип иҫәпләйем, – тип фекере менән уртаҡлашты дәүләт  комитеты рәйесе Артур Рәмил улы. – Айырыуса торлаҡ- коммуналь хужалыҡ өлкәһендә күнекмәләрһеҙ, тәжрибәһеҙ эш башлауы  ауыр һәм ҡатмарлы. Шуға күрә мин  комитет командаһына хеҙмәткәрҙәр туплағанда айырыуса кандидаттың хеҙмәт кенәгәһендә эшсе һөнәре тураһындағы юлдарға иғтибар итәм. Минең тәүге эшсе профессиям  йылылыҡ энергетикаһы менән бәйле – ТЭЦ-тың ҡаҙан- турбина цехының ярҙамсы ҡорамал машинисы- обходчигы.  Бында туплаған эш тәжрибәһе артабан контроль-күҙәтеү органында инспектор булып эшләгәндә  ныҡ ярҙам итте. Бөтә системаны күҙ алдына килтереү, логистика, технологик сылбыр һәм эш процесын белеү бик мөһим. Айырыуса хәҙер  контролләү һәм күҙәтеү өлкәһендә консультация һәм иҫкәртеү визиттары йышайғанда әһәмиәтле була бара.

Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесенән тармаҡтағы хеҙмәт хаҡы тураһында ла һораштыҡ. Ул торлаҡ-коммуналь хужалыҡта хеҙмәткә түләүҙәрҙең сәнәғәт предприятиеларында түләнгән эш хаҡы менән “ярыша алмауы” тураһындағы  уйҙырманы кире ҡаҡты.

– Йылылыҡ энергетикаһы һәм йылылыҡ техникаһы профиле буйынса уҡыу йортон тамамлағандан һуң йәштәр сәнәғәт предприятиеларына урынлашырға тырыша, сөнки тап уларҙа эш хаҡы  күпкә юғарыраҡ тип иҫәпләргә күнеккәнбеҙ.  Дәүләттең ярҙамы һәм “күк яҡалыларға” иғтибарҙы йәлеп итеү арҡаһында тармаҡта эш хаҡы арттырылды. Хәҙер ул сәнәғәт предприятиеларындағынан күпкә айырылмай.  Мәҫәлән, мин  бөгөн йылылыҡ технигы булып “эшләгән”торлаҡ идаралығында хеҙмәт хаҡы 40 мең һумдан 50 мең һумға тиклем, тулы социаль пакет.

Минеңсә, чиновниктың бер көн ваҡытын эшсе һөнәрҙәре менән таныштырыуға биреүе кәрәкле һәм тәьҫирле.  Үткән акцияларҙың береһенән һуң ҡала һәм район торлаҡ-эксплуатация идаралыҡтарына 12 тейәгес машинисы эшкә килде. Был юлы ла квалификациялы кадрҙар, шул иҫәптән грамоталы йылылыҡ техниктары  килеүенә өмөтләнәбеҙ,  – тип белдерҙе Артур Дәүләтшин.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

 

Йәш етәксе бөгөн подвалда эшләне...
Йәш етәксе бөгөн подвалда эшләне...
Йәш етәксе бөгөн подвалда эшләне...
Йәш етәксе бөгөн подвалда эшләне...
Йәш етәксе бөгөн подвалда эшләне...
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: