Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Ғинуар 2023, 13:30

"Бөгөнгө шарттарҙа бер-береңә ярҙам итеү айырыуса мөһим"

Башҡортостан Башлығы Белоруссияның Гомель өлкәһе етәксеһе менән осрашты.

"Бөгөнгө шарттарҙа бер-береңә ярҙам итеү айырыуса мөһим"
"Бөгөнгө шарттарҙа бер-береңә ярҙам итеү айырыуса мөһим"

20 ғинуарҙа Белоруссияның Гомель ҡалаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Гомель өлкәһе башҡарма комитеты рәйесе Иван Крупко менән осрашты. Унда иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында ике яҡлы хеҙмәттәшлекте артабан нығытыу мәсьәләләре тикшерелде.

– 2022 йылдан беҙҙең предприятиелар Рәсәй партнерҙары менән берлектә үҙ-ара продукция, сеймал, материалдар һәм комплектлаусылар менән өҫтәмә тәьмин итешеү йәһәтенән әүҙем эш алып бара. Сауҙа хеҙмәттәшлеге ярайһы һөҙөмтәле. Гомель өлкәһенең 526 предприятиеһы үҙ продукцияһын Рәсәй баҙарында һата, – тине Иван Крупко. – Үткән йылда Башҡортостан менән Гомель өлкәһе араһында иҡтисади һәм гуманитар бәйләнештәр һиҙелерлек нығынды. Бер нисә эш визиты булды, эшлекле даирәләребеҙ бер-береһе менән даими бәйләнеш тота.

Иван Крупко шулай уҡ, уҙған йылдың ғинуар - ноябрь айҙарында Башҡортостан менән Гомель өлкәһенең сауҙа әйләнеше уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 68 процентҡа артып, 40 миллион долларға етте, тип хәбәр итте.

Башҡортостан Башлығы берлектәге проекттарҙы эшләүҙең перспективалы йүнәлештәре тураһында һөйләне.

– Гомель өлкәһенең Башҡортостан - Белоруссия мөнәсәбәттәрендәге айырым ролен билдәләп үтергә теләйем. Ике яҡлы сәфәрҙәр даими булып торор тип ышанам. Гомель өлкәһе менән Башҡортостан араһындағы мөнәсәбәттәр үҫешә барыуы ҡыуандыра. Быны статистик мәғлүмәттәр, шул иҫәптән сауҙа әйләнеше үҫеүе һәм, иң мөһиме, берлектәге яңы проекттар барлыҡҡа килеүе раҫлай, – тине Радий Хәбиров. – Беҙгә Башҡортостан менән Гомель өлкәһенең төҙөлөш, сауҙа өлкәһендә, айырым иҡтисади зоналары араһындағы партнерлыҡтың яңы йүнәлештәрен өйрәнеү ҡыҙыҡлы.

Көнүҙәк проекттар иҫәбендә – Мозырь нефть эшкәртеү заводында Ишембай химия заводы катализаторҙарын ҡулланыу. Ауыл хужалығы өлкәһендә – Башҡортостандың малсылыҡ комплекстарын техника һәм ҡорамалдар менән тәьмин итеү, шулай уҡ "Полесье" урып-йыйыу комбайндары.

Журналистарға биргән интервьюһында Радий Хәбиров менән Иван Крупко осрашыуҙың төп һөҙөмтәләрен барланы.

– Башҡортостан өсөн Гомель өлкәһе, Белоруссия менән бәйле бөтә нәмә ҙур әһәмиәткә эйә. Бөгөнгө ауыр шарттарҙа бер-береңә ярҙам итеү бик мөһим, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Гомель өлкәһе – сәнәғәттә һәм ауыл хужалығында юғары компетенциялар үҙәге. Хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен аныҡ билдәләгән нигеҙле килешеү әҙерләнек. Был документҡа быйылғы йәйҙә Өфөлә үтәсәк Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең X форумында ҡул ҡуйырға ниәтләйбеҙ.

Гомель өлкәһе башҡарма комитеты рәйесе төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү динамикаһын юғары баһаланы.

- Башҡортостан менән үҙ-ара мөнәсәбәттәр йылдам үҫешә. Былтыр Өфөгә сәфәрем йомғаҡтары буйынса 1,1 миллиард һумға һигеҙ оҙайлы контрактҡа ҡул ҡуйҙыҡ, улар әле эшләй башланы ла инде. Бөгөн беҙ продукция менән тәьмин итеү һәм сәнәғәт хеҙмәттәшлеге тураһында яңы килешеүҙәргә өлгәштек. Иң мөһиме - беҙҙең уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар күп. Рәсәй менән Белоруссия төбәктәренең X форумына берлектәге проекттарҙың тәүге аныҡ һөҙөмтәләрен күрһәтә алырбыҙ, тип уйлайым.

Мәғлүмәт, фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/

"Бөгөнгө шарттарҙа бер-береңә ярҙам итеү айырыуса мөһим"
"Бөгөнгө шарттарҙа бер-береңә ярҙам итеү айырыуса мөһим"
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: