Билдәле йәмәғәт эшмәкәре, блогер, республикала туризмды үҫтереүгә тос өлөш индергән Артур Иҙелбаев “Бәйләнештә” социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо хаҡта белдерҙе.
“Белорет районында түмәр умарталар етештереү буйынса иң ҙур производствоны астыҡ. Рәсәйҙә башҡа бер ҡайҙа ла сәнәғәт кимәлендә солоҡ кеүек түмәр умарталар етештерелмәүен иҫәпкә алғанда, был производство илдә иң ҙуры булып тора. Ә, бәлки, хатта донъяла ла.
Бында бер генә түгел, ике майҙан бар. Береһендә яҙға тиклем 100-200 түмәр умарта етештереү, ә икенсеһендә – 500-гә тиклем эшләү планлаштырыла. Бөрйән районында тағы бер участка бар, әммә бәләкәйерәк. Былтыр унда бал ҡорттары өсөн 50 йорт эшләнгән дә инде, быйыл да унан кәм итмәҫкә иҫәп.
Был умарталарҙы станокта яһап булмай, тик ҡул менән генә. Һәм был да - уларҙың ҡиммәте. Шулай уҡ ысын солоҡ тик ысын ҡырағай ҡорттар өсөн тәғәйенләнгән. Уларҙа ҡышлай алалар.
Бал ҡорттарының башҡорт популяцияһы ғына шундай һәләткә эйә. Йорт тоҡомдарының күбеһе быға һәләтле түгел. Ҡышҡа сыҙамлы түгелдәр һәм туңып үләләр.
Ҡырағай бал ҡортоноң солоҡ балы ҡиммәт баһалана, хаҡы ябай балға ҡарағанда ун тапҡырға тиерлек ҡиммәтерәк.
Һуңғы йылдарҙа солоҡ һәм түмәр умартасылығына ҡыҙыҡһыныу һиҙелерлек артты. Быға тәбиғи ҡырағай, экологик яҡтан таҙа балға ихтыяж да булышлыҡ итә.
Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров ҡушыуы буйынса Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Туризмды үҫтереү үҙәге менән берлектә әҙерләгән “Солоҡ һәм түмәр умартасылығына ярҙам” программаһын ҡабул итеү умартасылыҡтың традицион төрҙәрен үҫтереүҙең ысын ҡеүәтләүсеһе булып тора. Ул солоҡ һәм түмәр умарталары, бал ҡорттары оялары хаҡының 50 проценты күләмендә субсидия алырға мөмкинлек бирә. Шулай уҡ урындағы бал ҡорттары тоҡомон үрсетеү буйынса питомник тотоу менән шөғөлләнеүселәр ҙә һиҙерлек ярҙам аласаҡ.
Әммә субсидияға дәғүә итеүселәргә талаптар ҙа ҡәтғи. Бал ҡорттары ла, улар етештергән бал да йыл һайын ысынлығын раҫлаған сертификат алырға тейеш.
Асылда, программа үҙенсәлекле. Рәсәйҙә ундай башҡа юҡ. Һәм ул бик ваҡытлы ҡабул ителде, сөнки данлыҡлы башҡорт бал ҡорто юғалып ҡалыу хәүефе аҫтында ине”, – тип яҙҙы Артур Иҙелбаев.
Видеояҙма Артур Иҙелбаевтың “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән алынды. Фото: скриншот.