20 ғинуарҙа Башҡортостан рәсми делегацияһының Белоруссияға сәфәре барышында республика Башлығы Радий Хәбиров Гомелдәге "Коминтерн" предприятиеһының эшмәкәрлеге менән танышты. Ул классик ирҙәр костюмы етештереү менән шөғөлләнә, комплект һаны тәүлегенә 900-гә ҡәҙәр барып етә.
Республикабыҙ етәксеһе тегеү цехында, эксперименталь цехта булды, кейемдәрҙе күрһәтеү ваҡытында бында сығарылған әйберҙәр менән танышты.
Фабриканың генераль директоры Ксения Пантюхова әйтеүенсә, 2018 йылда "Коминтерн" ирҙәр пальтоһы һәм курткаларын тегеүгә тотонған. Ә былтыр улар тәүге ҡатын-ҡыҙҙар кейеме коллекцияһын тәҡдим иткән. Бында мәктәп формаһын сығарыуҙы ла үҙләштерәләр.
Продукцияның төп ҡулланыусыһы – Рәсәй, унда кейем экспортының 70 проценты тура килә. Компания Рәсәйҙең "Донатто" сауҙа маркаһы менән хеҙмәттәшлек итә, ә был компанияның Өфөлә - өс һәм Октябрьскийҙа бер магазины бар.
– Бер-беребеҙҙе баһалайбыҙ. Предприятие етәксеһенә кейем етештереүҙе беҙҙең республикала локалләштереү мәсьәләһен ҡарарға тәҡдим иттем, – тине Радий Хәбиров. – Айырыуса хәҙер, Көнбайыш компанияларының күбеһе беҙҙе кейем менән тәьмин итеүҙән баш тартҡанда, белорус костюмдарына беҙҙең баҙарҙы киңерәк асырға кәрәк.
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti