

Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың Белоруссияға эш сәфәре тикшерелде. Делегация составына республика Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡ һәм ведомство, төбәк предприятиелары, ойошмалары етәкселәре инде. Эшсе төркөм форматында улар беларус коллегалары менән ике аралағы хеҙмәттәшлек буйынса юл картаһын тормошҡа ашырыуҙы тикшерҙе. Документ 130-ҙан күберәк эш йүнәлешен үҙ эсенә ала.
Мәҫәлән, Бәләбәйҙең “Автонормаль” заводы Белоруссияның “МАЗ” концернына һәм ATLANT көнкүреш техникаһы етештереүсегә ебәрелгән продукция ассортиментын киңәйтә.
– Шулай уҡ “МАЗ” менән Өфө трамвай-троллейбус заводының корпоратив партнерлығы тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Уның сиктәрендә 2023 йылда Белоруссияла етештерелгән 229 машина комплекты алыуға килешеү төҙөлдө, – тине беренсе вице-премьер – Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. – Ә 2024 йылда Белорусь Республикаһында Өфө маршруттары өсөн 20-гә яҡын трамвай һатып алырға ниәтләйбеҙ.
Машиналар эшләү өлкәһендә хеҙмәттәшлектең перспективалы йүнәлештәре тип Рөстәм Моратов Башҡортостанда тау сеймалын табыу техникаһын хеҙмәтләндереү буйынса “БелАЗ” сервис үҙәген булдырыуҙы, шулай уҡ төбәк биләмәһендә оборона-сәнәғәт комплексы ихтыяждары өсөн “БелОМО” оптик продукция йыйыу производствоһын ойоштороуҙы атаны.
Бынан тыш, делегация Белоруссияның станоктар эшләү предприятиелары менән комплектлаусы изделиелар менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса һөйләшеүҙәр үткәрҙе. Ә Башҡортостандың “ЕСМ” компанияһы “Витебск” махсус иҡтисади зонаһында бүлендек предприятиены теркәгән дә инде, унда 2023 йылда юғары аныҡлыҡтағы станоктар етештереүҙе яйға һалырға ниәтләй.
Еңел сәнәғәт өлкәһендә Белоруссияның “Камволь” предприятиеһы менән хеҙмәттәшлек яйға һалынды. 2023 йылда 170 мең метр самаһы утҡа сыҙамлы материал етештереү планлаштырыла.
Агросәнәғәт комплексында “Матрикс Универсал” предприятиеһында Минск трактор заводының сылбырлы тәгәрмәсле техникаһын йыйыу буйынса проект ғәмәлгә ашырыла. “Фермер РБ-2103” машинаһы сертификацияланған да инде. 2022 йылдың октябренән Башҡортостанға тракторҙар йыйыу өсөн тәүге биш комплект килтерелде. 2023 йылдан төбәккә 100-ҙән кәм булмаған урып-йыйыу комбайнын һәм тулайым урғыстар йыйыу өсөн 50 комплектты килтереү ҡаралған.
Башҡортостан Башлығы республика министрлыҡтарына һәм ведомстволарына юл картаһын тормошҡа ашырыуға яуаплы ҡарарға ҡушты. 2023 йылдың яҙынан Өфөнән Минскиға тура авиарейстар асыла, тине төбәк етәксеһе. Шуға бәйле туристик проекттарҙы, патриотик тәрбиә биреү сиктәрендә уҡыусылар менән алмашыу программаларын тормошҡа ашырыу мөмкинлеген өйрәнеү мөһим.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.