Республика аграрийҙарына ташламалы кредит биреү быйыл да дауам итә. Был маҡсатҡа федерель ҡаҙнанан 400 миллион һум бүленгән дә инде.
“Аграрийҙар яңы баҫыу эштәре миҙгеленә әҙерлекте башланы. Орлоҡ, яғыулыҡ-майлау материалдары, минераль ашлама тупларға, техника ремонтлауҙы тамамларға кәрәк. Ҡыҫҡа ваҡытлы ташламалы кредит сәсеү кампанияһына әҙерлек алып барғанда һәм баҫыу эштәренә тотонғанда иң кәрәкле аҙым булып тора”, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Ташламалы кредит программаһы агросәнәғәт предприятиеларының кредитты бер йылға алыуын һәм уның өсөн түбән ставка – бер проценттан алып биш процентҡа саҡлы – түләүҙе күҙ уңында тота.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.