Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Ғинуар 2023, 16:00

1 февралгә тиклем өлгөрөп ҡалығыҙ

Предприятиелар конкурс нигеҙендә һайлап алына.

1 февралгә тиклем өлгөрөп ҡалығыҙ
1 февралгә тиклем өлгөрөп ҡалығыҙ

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты сараларын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы Һөнәри оҫталыҡты үҫтереү агентлығы (Ворлдскиллс Рәсәй) Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы менән берлектә быйыл Корпоратив йылдам әҙерлек үҙәктәрен ойоштороу өсөн майҙансыҡтар билдәләү маҡсатында предприятиеларҙы конкурс нигеҙендә һайлап ала.

Корпоратив йылдам әҙерлек үҙәге предприятиеның эсендәге ойоштороу-методика майҙансығын тәшкил итә. Ул команда менән уҡыу, эш урындарына аудит алымын ҡулланыу, хеҙмәткәрҙәрҙең компетенцияһын баһалау, предприятиеның ихтыяжына ҡарап, хеҙмәткәрҙәрҙең йылдам һөнәри әҙерлеген көйләү, Worldskills хәрәкәтенең иң яҡшы практикаларын файҙаланып, белемде камиллаштырыу мөмкинлеген бирә.

– Һайлап алыу турын уҙғарыу өсөн ғаризалар 1 февралгә тиклем Worldskills платформаһында ҡабул ителә. 2022 йылда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ярашлы Рәсәй предприятиеларында 15 корпоратив йылдам әҙерлек үҙәге асылды, шуларҙың өсәүһе – Башҡортостан предприятиеларында, – тине иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.

Һайлап алыу этаптары барышында милли проектта ҡатнашҡан 30 предприятие билдәләнә һәм уларҙа Корпоратив йылдам әҙерлек үҙәктәре ойошторола. Ворлдскиллс эксперттары Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы менән берлектә үҙәктең эшен ойоштороуҙа ярҙам күрһәтә. Ғариза биреү өсөн һылтанма: https://cc.worldskills.ru/register.

Фото: pravitelstvorb.ru

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: