Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Ғинуар 2023, 16:10

Өс предприятие “Башҡортостан продукты” проектына ҡушыла

25 меңдән ашыу тауарға сифат билдәһе ҡуйылған.

Өс предприятие “Башҡортостан продукты” проектына ҡушыла
Өс предприятие “Башҡортостан продукты” проектына ҡушыла

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, Ауырғазы районының Талбазы ауылы етештереүселәре менән «Башҡортостан продукты» проекты вәкилдәренең эшлекле осрашыуы үтте. Сарала керамик сувенирҙар, икмәкхана, макарон һәм кондитер ризыҡтары, ярымфабрикаттар етештереү менән шөғөлләнгән өс ойошма проектта ҡатнашыуға ғариза бирҙе.

— Проектта ҡатнашыусылар һаны даими арта бара. Бөгөн был тауар билдәһе аҫтында 678 аҙыҡ-түлек етештереүселәрен берләштерҙе, — тине Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Ауырғазы районында "Башҡортостан продукты" проекты вәкилдәре шәхси эшҡыуар Нуғаев предприятиеларында булды. Керамик сувенирҙар, икмәк бешереү һәм макарон ризыҡтары етештереүсе "Талбазы" етештереү комплексында, кондитер ризыҡтары һәм ярым әҙер продукция етештереүсе "Пищевик" ойошмаһында булдылар. Предприятие белгестәре технология һәм етештереү күләме тураһында һөйләне, продукцияны һатыу буйынса пландар менән уртаҡлашты һәм "Башҡортостан продукты" проекты сиктәрендә үҫеш мөмкинлектәрен ҡараны.

«Башҡортостан продукты» — Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының төбәк етештереүселәренә ярҙам итеүҙең яйға һалынған механизмы, предприятиеларға тауарҙар географияһын киңәйтергә, продукцияны һатыуҙы арттырырға һәм ҡулланыусыларҙың урында етештерелгән тауарҙарға ҡыҙыҡһыныуын һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә. Проект 2013 йылдан алып эшләй. Сифат билдәһе 25 меңдән ашыу тауарға ҡуйылған.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Өс предприятие “Башҡортостан продукты” проектына ҡушыла
Өс предприятие “Башҡортостан продукты” проектына ҡушыла
Өс предприятие “Башҡортостан продукты” проектына ҡушыла
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: