Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Ғинуар 2023, 22:00

Башҡортостан менән Беларусь ниндәй өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте үҫтерәсәк?

Республика Башлығы Радий Хәбиров “Беларусь 1” телеканалына биргән әңгәмәһендә ошо хаҡта һөйләне.

Башҡортостан менән Беларусь ниндәй өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте үҫтерәсәк?
Башҡортостан менән Беларусь ниндәй өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте үҫтерәсәк?

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге эшлекле делегация Беларусь Республикаһында булып ҡайтты. Ошо сәфәр барышында Радий Фәрит улы “Беларусь 1” телеканалына ике аралағы хеҙмәттәшлек, киләсәкле проекттар, Х Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумына әҙерлек тураһында һөйләне.  

Радий Хәбиров уҙған йылдың көҙөндә республикала Беларусь Премьер-министры Роман Александрович Головченко менән эшлекле осрашыу булғаны һәм әле лә даими бәйләнеш тотоуҙары тураһында бәйән итте.

– Беҙ Юл картаһын – Беларусь менән Башҡортостан араһындағы сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте арттырыуға йүнәлтелгән саралар планын ныҡлап өйрәндек. Тауар әйләнеше һиҙелерлек арта. Шул уҡ ваҡытта беҙ ҙә, Беларусь яғы ла тағы ла ҙурыраҡ ҡеүәт барлығын яҡшы аңлайбыҙ. Импорт һәм экспорт структураһын анализланыҡ. Ул үҙгәрә, һәм был ғәҙәти иҡтисади күренеш.

Башҡортостанда һәм Беларусь биләмәһендә тормошҡа ашырылған бер нисә интеграция башланғысын ҡараныҡ. Мәҫәлән, Өфөлә “АМКОДОР” предприятиеһын төҙөү буйынса ҙур проектты.

Шулай уҡ “Башҡортостан сода компанияһы” тауарын “Беларусьторг” аша туранан-тура ебәреү мәсьәләләре тикшерелде. Был Беларусь быяла сәнәғәтендә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Һөйләшеү бик үҙенсәлекле булды. Беҙ һәр бәйләнеш нөктәһен ныҡлап ҡараныҡ.

Башҡортостан импорты структураһында Беларусь тауарҙарының 40 проценты тиерлек машиналар эшләүгә тура килә. Беҙ һеҙҙәге был тармаҡтың компетенцияһына һәм юғары кимәлдә үҫешенә һоҡланабыҙ. Беларусь техникаһы юл, коммуналь хужалыҡ, ауыл хужалығы өсөн бик кәрәкле. Беҙ уны күпләп һатып алабыҙ ҙа инде. Был осрашыуҙағы һорауҙарҙың береһе булды. Ошо техникаға ихтыяждың яҡынса күләмен билдәләнек. 15 февралгә тиклем Беларусь Хөкүмәтенә ентекле мәғлүмәт бирергә килештек. Артабан Беларусь предприятиеларының етештереү планы аңлайышлы буласаҡ.

Шулай уҡ гуманитар хеҙмәттәшлек һәм туристар ағымын арттырыу мәсьәләләрен ҡараныҡ. Яҙғыһын Өфө – Минск авиалинияһын асыу мәсьәләләрен планға ярашлы хәл итәсәкбеҙ. Был бик мөһим, беҙ уны мотлаҡ эшләйәсәкбеҙ. Туристик ағым көслөрәк булһын өсөн ошо тармаҡ компанияларының үҙ-ара хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерәбеҙ.

Ғөмүмән, быға тиклем өлгәшелгән килешеүҙәрҙе тикшереү буйынса эшлекле осрашыу үтте. Уларҙы тормошҡа ашырыу барышын баһаланыҡ, – тине Радий Хәбиров.

Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: