Бөгөн “Рәсәй автомобиль юлдары” дәүләт компанияһы идараһы рәйесе Вячеслав Петушенко менән берлектә М-12 Ҡазан – Екатеринбург тиҙ йөрөшлө автомобиль юлының “Дүртөйлө – Әшит” участкаһындағы төҙөлөш барышын ҡараныҡ, тип хәбәр итте социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаев.
Оҙонлоғо 275 километр булған дүрт һыҙатлы яңы юл Башҡортостандың Дүртөйлө, Борай, Тәтешле райондары, Пермь крайы, Свердловск өлкәһе биләмәләре аша үтә.
Башҡортостан биләмәһендәге оҙонлоғо 140 километр булған участкаһында 15 күпер, 41 юл үткәүеле, ҡырағай хайуандар өсөн туғыҙ биологик үткәүел, күп функциялы зоналар өсөн алты майҙансыҡ һәм ике транспорт айырсаһы төҙөү планлаштырыла.
“Трасса тораҡ пункттарҙы, шулай уҡ мәҙәни мираҫ объекттарын урап үтәсәк. Ғәмәлдәге юлдар селтәре менән бәйләнеш ике юл айырсаһы аша тәьмин ителәсәк. Береһе – “Өфө – Бөрө – Яңауыл” төбәк юлы киҫелешендә, икенсеһе – “Борай – Иҫке Балтас – Куеда” юлы менән.
Билдәләп китергә кәрәк, эш Рәсәй Президентының М-12 Мәскәү – Ҡазан автомобиль юлын Екатеринбургка тиклем оҙайтыу тураһында күрһәтмәһе буйынса алып барыла.
Артабан эшләйбеҙ!” – тип яҙған Алан Марзаев.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com/alan.marzatti?w