Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Ғинуар 2023, 17:40

Өфө биләмәләрен комплекслы үҫтереү өсөн тәүге килешеү төҙөлдө

Дөйөм майҙаны 6,78 гектар тәшкил иткән авария хәлендәге йорттарҙың тотош кварталы һүтеүгә тәғәйенләнгән.

Өфө биләмәләрен комплекслы үҫтереү өсөн тәүге килешеү төҙөлдө
Өфө биләмәләрен комплекслы үҫтереү өсөн тәүге килешеү төҙөлдө

Башҡортостан Республикаһында биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү буйынса тәүге килешеү төҙөлдө. “Эре панелле йорттар төҙөү” тресының “12-се комплекслы төҙөлөш идаралығы –махсуслаштырылған төҙөүсе” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән Өфө ҡалаһының Калинин районында Вологда, Суворов, Уссури һәм Орджоникидзе урамдары менән сикләнгән кварталды комплекслы үҫтереү хоҡуғына документҡа ҡул ҡуйылды.

- Дөйөм майҙаны 6,78 гектар тәшкил иткән авария хәлендәге йорттарҙың тотош кварталы һүтеүгә тәғәйенләнгән. Биләмәне киләһе ете йыл дауамында үҫтереү планлаштырыла. Граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү өсөн беренсе сират йорттары: Орджоникидзе һәм Уссури урамдарында бер 16 ҡатлы һәм бер 20 ҡатлы, икенсе сират - ҡалған торлаҡ йорттарҙы төҙөү күҙаллана, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов.

Комплекслы үҫеш һөҙөмтәһендә квартал биләмәһен, шул иҫәптән балалар өсөн уйын, спорт һәм заманса материалдар ҡулланып яҡшыртылған дизайн буйынса башҡа майҙансыҡтарҙы төҙөкләндереү күҙаллана.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә тағы ла бер комплекслы торлаҡ төҙөлөшө проекты һатыуға ҡуйыуға документтар әҙерләү стадияһында. Һүҙ Интернациональ, Нежинский, Маяковский, Еңеү урамдары һәм 13-сө ҡала клиник дауаханаһы биләмәһе араһындағы кварталды үҫтереү хаҡында бара. Ике проект биләмәһенең дөйөм майҙаны 8,7 гектар тәшкил итә, уларҙа 85 мең квадрат метр торлаҡ һәм бер мең квадрат метр самаһы торлаҡ булмаған биналар төҙөү планлаштырыла. Биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү проекттарын тормошҡа ашырыу республика төҙөлөшөн яңыртыу, ҡаланың транспорт инфраструктураһын яҡшыртыу һәм бюджеттан тыш финанслау сығанаҡтарын йәлеп итеү маҡсатында планлаштырылғайны.

Белешмә:

Биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү Рәсәй Федерацияһы төбәктәренең ҡала төҙөлөшө үҫешенең төп йүнәлештәренең береһе булып тора. Ул территорияларҙы файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген күтәреү, инфраструктураны үҫтереү, авария хәлендәге торлаҡтан күсереү, төҙөлгән биләмәләрҙе яңыртыу өсөн кәрәкле шарттар булдырыу өсөн бойомға ашырыла.

Биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү тураһындағы закон 2020 йылдың декабренән ғәмәлгә инде. Төбәктәр конкурстар йәки аукциондар аша ҡатнашыу өсөн инвесторҙар йәлеп итә.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/20019/

Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: