Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Ғинуар 2023, 11:55

Урал аръяғын үҫтереү өсөн нимәләр эшләнә?

Былтыр Башҡортостан Хөкүмәте 2030 йылға тиклем Урал аръяғын үҫтереү стратегияһын раҫланы.

Урал аръяғын үҫтереү өсөн нимәләр эшләнә?
Урал аръяғын үҫтереү өсөн нимәләр эшләнә?

2022 йылдың сентябрендә Башҡортостан Хөкүмәте 2030 йылға тиклем Урал аръяғын үҫтереү стратегияһын раҫланы. Планда – яңы энергетик ҡеүәттәр булдырыу, инфраструктураны үҫтереү, төбәктең туристик йәлеп итеүсәнлеген күтәреү, яңы эш урындары булдырыу. Документ баҫылып сыҡҡандан алып бер нисә ай үтте, әммә хәҙерҙән ул ғәмәлдәргә этәргес, ыңғай үҙгәрештәр драйверы булды, тип әйтергә була. Ошо хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт – “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы материалында.

Йәшәү өсөн мөһим өлкә

Эшлекле йәмәғәтселеккә стратегия тәүге тапҡыр былтыр июндә IV “Урал аръяғы” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы майҙансығында тәҡдим ителде. Был документтың кимәле тураһында уны әҙерләүсенең кем булыуын аңлап фекер йөрөтөргә мөмкин – Рәсәй Финанс министрлығының ғилми-тикшеренеү финанс институты. Стратегия эшләй башлаһын өсөн, абстракт бурыстар ҡуйыу түгел, ә иҡтисад үҫеше тенденцияларына нигеҙләнеп, субтөбәк халҡының фекерен иҫәпкә алыу мөһим. Башҡортостандың идара итеү командаһы ла документтың нигеҙенә тап ошо идеяны һалды.

– Республика – Урал аръяғының төп инвесторы. Ул беҙҙең мәнфәғәттәр, борсолоуҙар һәм шатлыҡтар өлкәһендә үҙәгендә тора. Шуға күрә стратегияны әҙерләгәндә урындағы муниципалитеттарҙың тәҡдимдәрен иғтибар менән өйрәнеү, халыҡтың теләктәрен иҫәпкә алыу, бөтәһе менән дә кәңәшләшеү мөһим булды, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Стратегияла сағылыш тапҡан перспективалы үҫеш йүнәлештәре араһында – ауыл хужалығы, тау сеймалын табыу сәнәғәте, ағас эшкәртеү, туризм, транспорт инфраструктураһын булдырыу, мәшғүллеккә булышлыҡ итеү һәм халыҡты социаль яҡлау. Ауыл хужалығында, сәнәғәттә һәм туризмда 174,3 миллиард һумға 76 яңы проектты тормошҡа ашырыу ҡаралған. Инфраструктура һәм энергетика башланғыстарына – “Сибай – Подольск – Новорудная” тимер юлын, 500 кВт-ҡа электр ярҙамсы станцияһын һәм электр тапшырыу үткәргестәрен төҙөүгә айырыуса ҙур иғтибар бүленгән.

Стратегияны тормошҡа ашырыу 2030 йылға аныҡ маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшеүҙе – халыҡ һанын, эш хаҡын 1,5 тапҡырға үҫтереүҙе, ауыл хужалығы продукцияһы һәм файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ күләмен – икеләтә, шулай уҡ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һанын арттырыуҙы күҙ уңында тота.

Иғтибар һөҙөмтәгә килтерә

Урал аръяғын үҫтереүҙә маҡсатлы программалар һайлау үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтте лә инде. Һуңғы йылдарҙа бында урта сроклы комплекслы үҫеш программаһы тормошҡа ашырылған. Уның йомғаҡтары буйынса үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙарҙы тейәп оҙатыу 2,7 тапҡырға, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү – ике тапҡырға тиерлек, ә төп капиталға инвестициялар күләме 1,9 тапҡырға артты.

Урал аръяғында файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу өлкәһендә хәл ҡырҡа үҙгәрҙе. Республика биләмәһендә ер аҫтын файҙаланыусыларҙың эшмәкәрлеге һәм ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия ойоштороу бының өсөн этәргес булды. Комиссия ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендә, шул иҫәптән Урал аръяғында тәртип урынлаштырыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш ойошторҙо. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан бюджетына ер аҫтын файҙаланыуҙан керем 91 миллион һумдан ашҡан һәм был сик түгел.

2021 йылда уҡ Башҡортостан Хөкүмәте, республика Башлығының йөкләмәһен бойомға ашырып, Баймаҡ районындағы Талҡаҫ күленә һаҡланған биләмә статусын бирҙе. Шулай итеп, Урал аръяғы тәбиғәтен йыш ҡына тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоп, ер аҫтын йыртҡыстарса юл менән эшкәртеүселәрҙән яҡларға ҡарар ителде. Урал аръяғының тәбиғи байлыҡтарын һаҡлау – бында туристик-рекреация тибындағы “Урал” махсус иҡтисади зонаһын булдырыуҙы күҙ уңында тотҡан стратегияның тағы ла бер бурысы. Ул Әбйәлил, Белорет, Бөрйән һәм Учалы райондары биләмәһендә яҡынса 2024 йылда барлыҡҡа килергә тейеш.

Заманса етештереү – Әбйәлил районында “Цемикс” ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары заводын сафҡа индереү 2021 йылдың сағыу ваҡиғаһы булды. Рәсәй Президенты Владимир Путин яңы заводтың эшенә старт бирҙе. Дәүләт башлығы яңы предприятие асыуҙы иҡтисади һауыҡтырыуҙың мөһим күрһәткесе тип атаны.

Пландар һәм уларҙы тормошҡа ашырыу

Урал аръяғын үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк сараларҙы эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыу стратегияны рәсми раҫлағанға тиклем дә туҡтатылмағайны, әммә хәҙер анығыраҡ маҡсаттар һәм уларға өлгәшеү юлдары табылды. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда 2030 йылға тиклем Урал аръяғын социаль-иҡтисади үҫтереү стратегияһы сараларын тормошҡа ашырыуға 175,7 миллиард һум бүленә. Уларҙың ҡайһы берҙәре тормошҡа ашырыла башланы ла инде.

Мәҫәлән, ағымдағы йылда Сибай – Аҡъяр автомобиль юлын ремонтлау башлана. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә финанс бүлергә һәм объектта эште башларға ҡушҡайны. 2023 йылда дөйөм оҙонлоғо 24,2 километрлыҡ участкаларҙы ремонтлау күҙаллана. Шуларҙың 16,6 километры – Баймаҡ районында һәм 7,4 километры – Хәйбулла районында. 2024 йылға иһә ошо райондарҙа 23,5 километр юлды яңыртыу ҡаралған.

2025 йылдың тәүге ярты йыллығына ПС-500 электр ярҙамсы станцияһы файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Хөкүмәт вице-премьеры – республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев объектты файҙаланыуға тапшырыу ваҡытын билдәләне. Эштәр әле үк бара, яңы инфраструктура объекты ҡулланыусыларҙы Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр, Учалы, Белорет һәм Бөрйән райондарының электр селтәрҙәренә технологик тоташтырыу буйынса сикләүҙәрҙе бөтөрөргә мөмкинлек бирә.

2024 йылда “Экология” милли проектының “Таҙа ил” федераль проекты сиктәрендә Башҡортостанда, шул иҫәптән Урал аръяғы – Баймаҡ, Сибай ҡалаларында алты рөхсәтһеҙ сүплек юҡ ителәсәк.

XVI “Рәсәй транспорты” халыҡ-ара форумы барышында Башҡортостан стендын ҡараған Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Белоусов Башҡортостандың транспорт инфраструктураһын үҫтереү проекттарын ыңғай баһаланы, улар араһында Сибай – Сара тимер юл тармағы төҙөлөшө проекты ла бар. Был  – 170 километрҙан ашыулыҡ тимер юл, ул йыл һайын бер нисә баҡыр һәм цинк ятҡылыҡтары булған республиканың көньяҡ өлөшөнән 10 миллион тоннаға тиклем төҫлө металл ташырға мөмкинлек бирәсәк. Юл Урта һәм Төньяҡ Уралдың көнсығыш райондарын Ҡаҙағстан, Урта Азия, Ҡытай, Түбәнге Волга һәм Кавказ райондары менән, былай ҙа көсөргәнешле Силәбе тимер юлы узелын ситләп үтеп, тура бәйләнеште тәьмин итәсәк. Ҡаҙағстан сигенә тиклемге ара 250 километрға ҡыҫҡара.

Был – стратегияла ҡаралған, яҡын арала ғәмәлгә ашырыла башлаясаҡ йәки бөгөндән тормошҡа ашырыла башлаған проекттарҙың бер өлөшө генә. “Ул һөҙөмтә бирһен өсөн был программа менән даими шөғөлләнергә кәрәк. Бер нисә йылдан булһа ла, халыҡ яҡшы яҡҡа үҙгәрештәрҙе тойорға тейеш”, – тине Радий Хәбиров.

Республика һайлаған социаль-иҡтисади үҫеш йүнәлешен Рәсәй Президенты Владимир Путин Өфөгә сәфәре барышында юғары баһаланы. Ул республика Башлығы Радий Хәбиров менән осрашты. Владимир Владимирович төбәктең идара итеү командаһына, Башҡортостан халҡына эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм артабанғы пландарҙың уңышлы тормошҡа ашыуын теләне.

– Һеҙҙең йөкләмәләрегеҙ сиктәрендә үҙебеҙ өсөн төп бурысты билдәләнек – иҡтисадтың тотороҡлолоғон тәьмин итеү. Шуға күрә ошо ҡатмарлы йылды ла етештереү индексы үҫеше менән тамамлаясаҡбыҙ. Ауыл хужалығы буйынса ла үҫеш ҙур, дөйөм алғанда, уңыш Рәсәй буйынса ла, беҙҙә лә яҡшы. Иң мөһиме – етештереүҙе яңырттыҡ, – тип һөйләне Президентҡа Башҡортостан Башлығы.

Радий Хәбиров шулай уҡ 2019 – 2021 йылдарҙа республикала йәлеп ителгән инвестициялар күләме 31 процентҡа артыуын, 2022 йылда ла үҫеш менән тамамланыуын әйтте. Былар барыһы ла төбәктә үҫеш өсөн шарттар булдырылғанға шулай.

Урал аръяғын үҫтереү буйынса пландарҙы ла республиканың алға хәрәкәтенең бер йүнәлеше тип атарға мөмкин.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: