

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2022 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһы тәьминәтселәре менән төҙөлгән дәүләт һәм муниципаль килешеүҙәр өлөшө 76 процент тәшкил иткән, элгәре йыл был күрһәткес 71 процент булған. Былтырғы ошондай килешеүҙәрҙең дөйөм хаҡы – 112,4 миллиард һум (49,1 мең контракт), 2021 йылда иһә – 88,2 миллиард һум (48 мең килешеү).
– Былтыр Башҡортостан тәьминәтселәренән һатып алыуҙар өлөшөнөң артыуы ыңғай күренеш, ул төбәктең тотороҡло үҫешен сағылдыра. Дәүләт комитеты Башҡортостан Республикаһы тәьминәтселәренә ярҙам итеү маҡсатында семинарҙар, осрашыуҙар үткәрә, тәҡдимдәр әҙерләй, – тине Конкурентлыҡ сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гөлшат Арыҫланова.
Урындағы тәьминәтселәргә методик ярҙам күрһәтеү йәһәтенән дәүләт комитеты “Регион” электрон төбәк майҙансығы менән берлектә бөгөн “Берҙән-бер тәьминәтсенән һатып алыу. Электрон магазин” тигән темаға семинар үткәрҙе.
Әйткәндәй, 2023 йылға ошондай белем биреү саралары тураһындағы мәғлүмәт менән Конкурентлыҡ сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының рәсми сайтында танышырға була.
Фото: pravitelstvorb.ru
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru