Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Ғинуар 2023, 16:50

Эшҡыуарҙарға яңы ярҙам сараһы

Ауыл хужалығы тармағына ҡануниәтте йомшартҡандар.

Эшҡыуарҙарға яңы ярҙам сараһы
Эшҡыуарҙарға яңы ярҙам сараһы

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда "Ауыл хужалығы ерҙәренең әйләнеше тураһында"ғы Федераль законға төҙәтмәләр индерелде. Закон яңы статья менән тулыланды. Хәҙер крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ауыл хужалығы ерҙәрен сауҙалашыуһыҙ биш йылға ҡуртымға алыу мөмкинлегенә эйә.

— Башҡортостанда ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙә бәләкәй хужалыҡтар һәм етештереүселәр ҙур роль уйнай. 2012 йылдан республикала хужалыҡтар һаны 1,8 тапҡырға артҡан, ә ауыл хужалығы продукцияһын тулайым етештереүҙә уларҙың өлөшө — өс тапҡырҙан ашыу (5,8 проценттан 18 процентҡа тиклем). Республикала игенселекте артабан үҫтереүҙә ер ҡануниәтендәге үҙгәрештәр, һис шикһеҙ, ҙур роль уйнаясаҡ. Ерҙе сауҙалашыуһыҙ ҡуртымға алыу мөмкинлеге үҙ хужалыҡтарын әүҙем үҫтереүсе фермерҙар бурысын күпкә еңеләйтә, — тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

— Бындай үҙгәрештәрҙең төп маҡсаты — дәүләт йәки муниципаль милектәге ер участкаларын бүлгәндә ауыл хужалығы менән шөғөлләнеүселәргә ташламалы шарттар булдырыу. Шулай итеп, фермерҙар ерҙе ябайлаштырылған тәртиптә ала аласаҡ, — тине Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Артур Аманбаев.

Шул уҡ ваҡытта бындай ер участкаһының тәғәйенләнешен үҙгәртеү, участканы өсөнсө яҡҡа тапшырыу, шул иҫәптән залог сифатында уны хужалыҡ ширҡәтенең йәки компанияның вәкәләтле капиталына иғәнә итеп индереү йәки производство кооперативына өлөш итеп индереү тыйыла.

Фото һәм мәғлүмәт Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: