Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 22-25 мартта Монголияла, Улан-Батор ҡалаһында, халыҡ-ара күп тармаҡлы бизнес-миссия күҙаллана. Сараны республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы менән берлектә төбәктең Экспортҡа ярҙам үҙәге ойоштора.
"Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса беҙ Рәсәй Федерацияһына ҡарата дуҫтарса сәйәсәт алып барған илдәр менән хеҙмәттәшлек итеүгә йүнәлеш алабыҙ. Монголия тышҡы сауҙа әйләнешен үҫтереү күҙлегенән перспективалы ил булып тора. Уҙған йылдың туғыҙ айында тауар әйләнеше 2021 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 71,6 процентҡа артҡан, шул уҡ ваҡытта экспорт дөйөм тауар әйләнеше күләменән 99 процент тәшкил иткән. Беҙ үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек үҫешендә ҙур мөмкинлектәр күрәбеҙ, – тине тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Бизнес-миссия сиктәрендә ҡатнашыусылар өсөн
- комплекслы эшлекле программа;
- лингвистик оҙатыу;
- потенциаль партнерҙар менән B2B-осрашыуҙар;
- бәйләнештәр биржаһы;
- “аэропорт-отель-аэропорт” трансферы;
- бизнес-миссияның эшлекле программаһы сиктәрендә трансфер;
- сара программаһына ярашлы дөйөм координация ҡаралған.
Бизнес-миссияла ҡатнашыуға бәйле барлыҡ сығымдар Экспортҡа ярҙам үҙәге иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Унда ҡатнашыусы компаниялар бары тик осоу, йәшәү һәм шәхси сығымдары өсөн генә түләй.
8 (347) 246 83 92, 7 927 234 95 66 телефондары буйынса шылтыратып йәки [email protected] электрон адресына яҙып ҡатнашыуға ғариза ҡалдырырға йәки консультация алырға мөмкин. Бәйләнеш өсөн – Күргәҙмә-йәрминкә эшмәкәрлеге департаменты баш белгесе Мария Андреевна Васильева.
Фото һәм текст сығанағы: https://pravitelstvorb.ru/news/20038/