Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Ғинуар 2023, 21:45

Тәүге резидент - иң ҙурҙарҙың береһе

Радий Хәбиров – “Алға” махсус иҡтисади зонаһында буласаҡ “М Синтез” заводы хаҡында.

Тәүге резидент - иң ҙурҙарҙың береһе
Тәүге резидент - иң ҙурҙарҙың береһе

"Был – “Алға” махсус иҡтисади зонаһындағы буласаҡ “М Синтез” заводы. Уның тәүге резиденты, иң ҙурҙарҙың береһе”, тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо һүрәткә ҡарата.

Мин былтыр ошо майҙансыҡта булғанда бындағы эш саҡ башланғайны әле, хәҙер тәғәйен биналар барлыҡҡа килә, ти ул. Нигеҙ ҡоралар, свайҙар ҡағыла, металл конструкциялар урынлаштырыла. Уны тулыһынса 2024 йылдың декабренә тамамларға йыйыналар.

“М Синтез” дизель яғыулығы өсөн цетанды арттырыусы ҡушылма етештерәсәк. Ә был матдә яғыулыҡты аҙыраҡ тотоноу мөмкинлеге бирә, зарарлы ташландыҡтарҙы кәметә.

“Алға” зонаһы үҫә бара һәм ошондай предприятиелар айырыуса ҡыуандыра”, тип яҙа республика етәксеһе. Әлеге ҡушылманы илебеҙҙә ике генә предприятие етештерә, был тауарҙы нигеҙҙә сит илдәрҙән алалар. Шуға күрә продукция ҙур ихтыяж менән файҙаланыр тип көтәбеҙ. Барыһынан да бигерәк – Өфөнөң, Салауат ҡалаһының, Рәсәйҙең үҙәк өлөшөнөң нефть эшкәртеү заводтары яғынан.

Фото Р. Хәбировтың “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән.  

Автор: Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас