Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “Башҡортостан продукты” проекты дипломанттарының һәм “Алексеевка” агросәнәғәт комплексының сауҙа-һатып алыу конференцияһы үткәрелде.
Сауҙа селтәре Өфө ҡалаһында 55 фирма магазинынан тора. Осрашыу барышында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә өлгәшелде. Шулай итеп, проектта ҡатнашыусылар икмәк-күмәс һәм кондитер изделиелары, туңдырылған ярымфабрикаттар, колбаса, һөт продукцияһы, бакалея һәм аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙар менән тәьмин итәсәк.
– Урындағы етештереүселәрҙең “Алексеевка” агросәнәғәт комплексы менән махсус осрашыуы проектта икенсегә ойошторола. Уҙған конференция һөҙөмтәләре буйынса комплекс 80 процент урындағы предприятиеларҙан торған тәьмин итеүселәр пулын булдыра алды, – тине сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.
Был юлы сауҙа-һатып алыу конференцияһы “Алексеевка” агросәнәғәт комплексы территорияһында үтте һәм 20-нән ашыу икмәк-күмәс һәм кондитер изделиелары, туңдырылған ярымфабрикаттар, колбасалар, һөт продукцияһы, бакалея һәм аҙыҡ-түлек булмаған тауарҙар етештереүселәрҙе йыйҙы.
Һөйләшеүҙәр барышында ҡатнашыусылар етештереү, һатып алыу хаҡтары, ассортимент, логистика хаҡында һөйләне. Осрашыу етештереүселәргә продукцияны күрһәтергә, үҙ-ара килешеп эш итеүҙең мөһим мәсьәләләрен аныҡларға мөмкинлек бирҙе.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Алексеевка” агросәнәғәт комплексы” – республикала йыл әйләнәһенә йәшелсә, еләк, йәшел культуралар үҫтереү, шулай уҡ һөт продукцияһы етештереү менән шөғөлләнгән билдәле предприятие. Компанияның фирма магазиндары селтәре үҫешкән, унда үҙе етештергән продукцияны һата ла инде.
Белешмә өсөн:
Бөгөн 678 аҙыҡ-түлек һәм аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауар етештереүсе проект дипломанттары булып тора. 25 меңдән ашыу төр продукцияға “Башҡортостан продукты” билдәһе ҡуйыла.
Фото һәм текст сығанағы: https://pravitelstvorb.ru/news/20037/