Башҡортостанда 318,9 мең гектар ужым культуралары сәселгән, шуларҙың 122,4 мең гектары - арыш, 188,5 мең гектары - бойҙай. Республиканың күпселек райондарында ғинуарҙың тәүге декадаһында агрометеорологик шарттар ярайһы уҡ ҡаты була. Һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, ужым культуралары артыҡ бирешмәгән. Ваҡытында ятҡан ҡар япмаһы һәм тупраҡтың бер аҙ туңыуы сәсеүлектәрҙе һаҡлап ҡалған, тип билдәләй агрономдар.
Ғөмүмән, Башҡортостанда ужым культураларының 95 проценты яҡшы һәм ҡәнәғәтләнерлек, ни бары биш проценты насар хәлдә тип баһалана. Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгестәре билдәләүенсә, баҫыуҙарҙың ҡарлы участкаларынан һаҡланмаған һәм боҙ ҡабығы аҫтында ҡалған өлөшө зыян күреүе мөмкин.
Ужым культураларының торошон күҙәтеү ғинуар уртаһында башланып, мартҡа тиклем дауам итә. Һәр районда сәсеүлектәрҙең дөйөм торошон, йәшәүгә яраҡлылығын билдәләү, ауырыуҙарҙың һәм ҡоротҡостарҙың булыу-булмауын тикшереү тиҙ арала сара күрергә, һөҙөмтәлә буласаҡ уңышты һаҡлап ҡалыуға нигеҙ булып тора.
Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Дәүләкән районында сәсеүлектәр буйынса тикшереү үткәрелгән. Районда 18 мең гектар ужым культуралары сәселгән. Мониторинг һөҙөмтәләре буйынса муниципалитетта ужым культураларының 75 процентының торошо яҡшы тип баһалана, ҡәнәғәтләнерлек тигән баһа алған күләм 20 процент тәшкил итә. Борай районында ужым культураларының 96 проценты яҡшы тип табылған. Бәләбәйҙең ҡайһы бер хужалыҡтарында ла ошондай уҡ тикшереү үткәрелгән, унда ҡар япмаһының бейеклеге урыны менән 35-40 сантиметрға етә, ти белгестәр.
Фотолар Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалынан алынды.