Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2022 йыл йомғаҡтарына ярашлы республикабыҙҙа торлаҡты сафҡа индереү буйынса яңы рекорд ҡуйылды. Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр төбәктә торлаҡ төҙөлөшө өс миллион 62 мең квадрат метр тәшкил иткән. Республикала сафҡа индерелгән торлаҡ күләме 2021 йыл менән сағыштырғанда 105,4 процентҡа артҡан.
– Дәүләттең төҙөлөш тармағына ярҙам итеүе һөҙөмтәһендә Башҡортостан тарихында 2022 йыл сафҡа индерелгән торлаҡ темпы буйынса иң яҡшыһы булды. Күрһәткестәребеҙ кәмемәһен өсөн әле үк сара күрергә кәрәк, – тине Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.
Шулай уҡ сафҡа индерелгән 1 миллион 922 мең квадрат метр торлаҡ шәхси төҙөүселәргә тура килә. Был 2021 йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 107,9 процент тәшкил итә.
Мәғлүм булыуынса, әле 10 374 берәмек ойошма төҙөлөш тармағында эшләй. Уларҙағы эшселәрҙең исемлектәге уртаса һаны – 61 мең.
Фото: pravitelstvorb.ru
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru