

Өфөлә "Башҡортостан аҙыҡ-түлеге" проекты дипломаттарының һәм 55 фирма магазины булған “Алексеевка” агросәнәғәт комплексының сауҙа-һатып алыу конференцияһы үтте.
Сарала хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә өлгәшелгән. Шулай итеп, проектта ҡатнашыусылар икмәк-ҡалас һәм кондитер изделиелары, туңдырылған ярымфабрикаттар, колбаса, һөт ризыҡтары, аҙыҡ-түлек һәм аҙыҡ-түлек булмаған тауар менән тәьмин итәсәк.
"Проект тарафынан икенсе тапҡыр “Алексеевка” агросәнәғәт комплексы менән урындағы етештереүселәрҙең махсус осрашыуы ойошторола. Конференция һөҙөмтәләре буйынса комплекс урындағы предприятиеларҙан торған 80 процент тәьмин итеүселәр пулын булдырыуға өлгәште", – тине Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.
Был юлы “Алексеевка” агросәнәғәт комплексы биләмәһендә сауҙа-һатып алыу конференцияһы үтте һәм 20-нән ашыу икмәк-ҡалас изделиелары, туңдырылған ярымфабрикаттар, колбаса, һөт ризыҡтары, аҙыҡ-түлек һәм төрлө тауар етештереүселәрҙе йыйҙы.
Һөйләшеү барышында ҡатнашыусылар етештереүгә бәйле мәсьәләләрҙе ҡараны, кәрәк-яраҡҡа, һатып алыу хаҡына, тауар төрлөлөгөнә, логистикаға талаптарҙы тикшерҙе. Был сара етештереүселәргә продукцияһын күрһәтергә һәм үҙ-ара эш итеүҙең мөһим мәсьәләләрен асыҡларға мөмкинлек бирҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Алексеевка” агросәнәғәт комплексы – республикала йыл әйләнәһенә йәшелсә, еләк һәм йәшел культуралар үҫтереү, шулай уҡ һөт ризыҡтары етештереү менән шөғөлләнгән билдәле предприятие. Уның фирма магазиндары селтәре булдырылған, үҙ тауарҙары һатыла.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru