Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Саҡмағош районы хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдергән.
“Тәүлегенә 200 тонна һөт һауып, Саҡмағош районы малсылары үҙҙәрен күрһәтте. Ошоға тиклем Башҡортостан тарихында республиканың бер районына ла бындай бейеклекте яуларға тура килмәне.
Райондың иң эре ауыл хужалығы предприятиелары - “Базы”, ”Герой”, ”Байбулат”. Был хужалыҡтарҙың барыһында ла үҙ ваҡытында һөт етештереү буйынса инвестпроекттар тормошҡа ашырылды. “Базы” ауыл хужалығы предприятиеһы һәм “Герой” колхозы – “Инвестиция сәғәте”ндә ҡатнашыусылар. Саҡмағоштарға һәм республиканың бөтә ауыл халҡына еңел булмаған хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерәм.
Р.S. 200 тонна һөт – өс тимер юл цистернаһынан күберәк һәм республикала етештерелгән күләмдең ундан бер өлөшө. Бындай күләмдәге һөт 220 меңдән ашыу кешене тәьмин итергә етә”.
Фото: VK.com